– Проекттың фәҡәт китапханала асылыуы осраҡлы түгел. Ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен һаҡ-лау, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе яҡын-дарына һәм сит кешеләргә ҡарата изге эштәр ҡылырға ылыҡтырыу, ҡала китапханаларына китап һөйөүселәр-ҙе йәлеп итеү – проекттың маҡсаты булып тора, – тине Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова.
Ысынлап та, эстафета символы – өй эйәһе Кузя изгелек һандығын ҡулдан-ҡулға тапшыра. Сөнки һандыҡ эсендә изге эштәр, мәрхәмәтлек акциялары, яҡшылыҡҡа бәйле сценарийҙар һ.б. ята.
– Беҙҙә бөгөн матур ғаиләләрҙән тыш, матур һөнәр эйәләре – китапханасылар ҙа ҡунаҡта. Йыл буйына һәр китапхана һандыҡты яҡшы эштәре менән тулыландырып торасаҡ. Китап-ханаға йөрөүселәр араһында беҙгә китап тапшырыусылар ҙа бар. Уларҙы дипломдар менән бүләкләргә булдыҡ, – тине Үҙәк балалар модель китапхана мөдире Наталья Клочкова. Тәүге дипломдарға йыш ҡына өр-яңы китаптар килтереп тороусы Ольга Ильичева һәм 600-ҙән ашыу китап тапшырыусы Ирина Дмитриева лайыҡ булды. Ә бына Ольга менән килгән йырсы-шағир Анатолий Власковтың заман вәхшилектәренә, ғаилә именлегенә, балалар киләсәгенә бағышланған шиғыры һәп кемде уйға һалды.
– Рәсәйҙә – Ирекмәнлек, Башҡортостанда – Ғаилә йылы иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын, именлеген һаҡлау христиан динен тотоусыларға ла, ислам динен тотоусыларға ла хас. Беҙ мулла саҡырып никах уҡытһаҡ, христиандар сиркәүҙә никахлаша. Рәсми яҙылышыу ғаиләне нығыта ғына. Ошо асылыбыҙҙы аңлау зарур. Ә инде китапханасылар эшмәкәрлегенә килгәндә, үткән йыл улар, өс меңдән ашыу сара үткәреп, ифрат та ҙур эш башҡарҙы. Шуға күрә беҙҙә китап һөйөүселәр йылдан-йыл арта ғына, – тине ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин.
Ысынлап та, ғаилә ҡимәттәре, ғаилә тәрбиәһе өйҙә башланһа ла, мәктәптә һәм китапханаларҙа башҡарылған бихисап матур саралар менән дауам итә бит.