Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

Үлемгә әйҙәүсе төркөмдәрҙән алыҫ тороғоҙ

Хәҙерге ваҡытта мәғлүмәт даирәһендә балаларҙың хәүефһеҙле-ге мөһим урын алып тора. Сөнки интернет селтәрендә бәлиғ булмаған ҡулланыусыларҙың һаны көн һайын арта. Балалар суициды проблемаһы айырыуса борсоуға һала. Билдәле булыуынса, донъянан үҙаллы китергә ҡарар иткән балалар “БӘЙЛӘНЕШТӘ” социаль селтәрендәге уларҙың аңын томалаусы төркөмдәрҙә торған.

Бындай төркөмдәрҙең асылы – психологик баҫым ярҙамында үҙеңә ҡул һалыуҙы йәки балаларҙың күмәкләп суицид ойоштороуын пропагандалау. Уларҙы махсус танылған билдәләр буйынса табырға була. Нигеҙҙә, улар – ябыҡ төркөмдәр һәм өлкән кешеләр унда үтеп инә алмай. Бындай төркөмгә барып эләккән үҫмер хештегтар (тамғалар) тип аталған, миҫал өсөн //F57//F58//рина//няпока//тихий дом//морекитов һәм башҡа “ау”ға йәлеп ителә. Барыһы бергә ул ARG –AlternativeRealityGaming (альтернатив ысынбарлыҡтағы уйын-дар) тип атала һәм “ҡалаквесты” менән реалити-шоуҙың гибридын (ҡушылмаһын) барлыҡҡа килтерә. Ҡатнашыусыларға кодлы исем бирелә һәм улар ойоштороусылар уйлап тапҡан эште башҡара. Ғәҙәттә, был әллә ни мөһим булмаған: магазинға барып нимәлер һатып алыу, “селфи” эшләү (фотокамерала үҙеңде-үҙең һынландырып төшкән төрлө автопортреттар).
Был осраҡта һүҙ киҫелгән ҡул, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, йоҡо дарыуы эсеү йәки үлер алдынан төшкән фотоларға ҡайтып ҡала. Һәм шундай “уйынсыҡтарҙың” фанаттары бихисап. Күп төркөмдәр ябыла, ҡайһы саҡта прокурорҙар талабы менән дә, ләкин яңылары барлыҡҡа килә.
Бөгөнгө мәғлүмәт донъяһында үҫмерҙәр селтәрҙәге агрессияға, мыҫ-ҡыл ителеүгә, кәмһетелеүгә юлығып, коммуникатив ҡатмарлыҡтар кисерә. Кибербуллинг (интернет аша кешене кәмһетеү) аңлы рәүештә эшләнә һәм бигерәк тә психологик йәһәттән көсһөҙ үҫмерҙәргә йүнәлтелә, ғәҙәти агрессиянан масштаблығы менән айырыла. Сөнки уны социаль селтәрҙәге бөтә дуҫтар күрә. Көн һайын интернет даирәһендә йәшерен йәки асыҡтан-асыҡ үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе суицидҡа саҡырған сайттар барлыҡҡа килә.Уларға “БӘЙЛӘНЕШТӘ” социаль селтәрендәге түбәндәге төркөмдәр ҡарай:
1.Суицидты асыҡтан-асыҡ пропа-гандалаған төркөмдәр, мәҫәлән “Суицид ҡылыусының үлгән донъяһы”(“Мертвый мир суицидника”. Бындай төркөмдәрҙәге бөтә хәбәрҙәр ҙә үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы хуплай.
2. Киттар темаһына бәйле төркөмдәр: “Киттар”, “Киттар ярға ташлана” һәм башҡалар. Киттар менән төшкән матур фото һәм видеонан тыш, бында ла суицидты хуплау һәм был темаға тәрән мәғәнә биреү күҙәтелә. Мәҫәлән, сәйәхәт ваҡытында төшөрөлгән фотолар араһында “Тормоштағы һуңғы мәл” (мәҫәлән, егет упҡын сигендә, осоп төшмәгән әле, әлегә йылмайып тора, ташҡын сигендәге ҡыҙ ҡулдарын алға һуҙған…һәм башҡалар).
3. ”Мине 4:20 лә уят” (төрлө ваҡыт ҡуйыла) тигән һымаҡ төркөмдәрҙә лә үҫмерҙәрҙе үлемгә әйҙәгән контенттар ҡуйыла. Бында инде мультфильм геройҙарының муйынына бау тағып аҫылынып торғанын күрәбеҙ. Ә бит был сайтты 200 меңдән артыҡ бала ҡараған булып сыға. Бына ҡайҙа бәләнең башы.
4. Дүртенсе төркөмгә “F57” тип кодланған асыҡтан-асыҡ йәки йәшерен суицидҡа, экстремизмға, әхлаҡһыҙ тәртипкә саҡырған сатана секталарының билдәләре лә сағылып ҡала. Был төркөмдәрҙең үҫмерҙәрҙе үҙҙәренең “секталарына” тартҡан алымдары ла байтаҡ. Мәҫәлән, суицидтың маҡсатҡа ярашлы булыуына шикләнгән ҡулланыусыларҙы тиҙ генә яба һалалар. Әгәр үҫмер был төркөмдә 48 сәғәттән артыҡ ултырмаһа, уны ла алып ырғыта-лар. Бер һүҙ менән әйткәндә, был сайтты булдырыусылар үҙҙәренең потенциал “ҡорбанын” суицид идеяһы биргән хәүефле уйынға йәлеп итә, һәр көн иртәнге сәғәт 4-тә, 5-тә уята. Ә йоҡоһо туймаған бала бөтә нәмәгә лә ышаныусан булып китә, бар мәғлүмәтте лә “зомби” һымаҡ ҡабул итә, аңы томалана башлай.
Шуға күрә үҫмер балаларға интернетта ултырырға рөхсәт итергәме-юҡмы – үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.
Читайте нас