Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

МУНДИР НАМЫҪЫ ЙӘШТӘН ҺАҠЛАНА

Ҡалала «Йәш армия» бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте йылдам үҫеш алды, ошо көндәрҙә тантаналы рәүештә 300-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ уның рәтенә баҫты. Республика өсөн тарихи ваҡиға булып торған сара ҡалала яңы ғына асылған иң ҙур мәктәптә үтте.

23-сө мәктәп «Йәш армия» бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенә артабан да нигеҙ булып тормаҡсы шикелле, ҙур бина ҙур күләмдәге саралар өсөн уңай. Әле лә тамаша залына “Йәш армия” хәрәкәте ағзаһы булырға теләгән 300-ҙән ашыу «Ватанға дан!» спорт спартакиадаһында һәм стройҙа йөрөп йырлау смотрҙарында еңеүсе балалар килде. Бында 2-се, 3, 6-сы гимназия, 1-се, 5, 11, 17, 23, 31, 33-сө мәктәп һәм 1-се лицей уҡыусыларын осратырға була ине, араларында күпселекте хәрби йүнәлешле класс вәкилдәре тәшкил итте. Мәктәптә әрмегә әҙерлек буйынса эш һөҙөмтәһе ошонда күренә лә инде. Йәш хәрбиҙәр рәтенә баҫыуы ла еңелдән түгел, яҡшы уҡырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, спорт һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем булырға кәрәк.
Йәш армиясылар билдәһен алған үҫмерҙәрҙең шатлығы менән бүлешергә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депу-таты Ринат Райманов, ҡала округы Советы рәйесе урынбаҫары Владимир Ануфриев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссар Рәмил Хәйретдинов килде.
Етәкселәр һәр береһе йәштәргә үҙ теләктәрен әйтте һәм тантаналы рәүештә йәш армиясылар билдәһен күкрәктәренә беркетте. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов йәш быуынға ҡайҙа булһалар ҙа илебеҙҙе һаҡларға, ватансылыҡ тойғоларын башҡаларға ла аңлатырға кәрәклеген әйтте.
– Егеттәр һәм ҡыҙҙар, һеҙҙе юғары исем алыуығыҙ, “Йәш армия” хәрәкәте рәтенә баҫыуығыҙ менән ҡотлайым! Был исемде намыҫ менән йөрөтөгөҙ, илегеҙ, ҡалағыҙ менән ғорурланығыҙ. Уҡыуығыҙҙа уңыштар, яңы үрҙәр, аҡ юл теләйем. Дуҫтарығыҙға ла йәш армиясылар тураһында һөйләгеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек тырышһын, – тип мөрәжәғәт итте сарала ҡатнашыусы уҡыусыларға Владимир Иванович.
Сара артабан ҙур концерт тама-шалары менән дауам итте, ә сәй эсеү ваҡытында уҡыусылар етәкселәр менән яҡындан танышып, аралашып та алды. Яңы тәьҫораттар алып, янып торған уҡыусылар сарала кисергән хис-тойғолар менән бүлеште. Йәш армиясыларҙың яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә әҙер булыуы күренеп тора.
«Йәш армия» – Рәсәйҙең бала-лар һәм үҫмерҙәр хәрәкәте, ул балаларҙы төрлө яҡлап тәрбиәләү һәм патриотик тойғоларҙы беркетеү маҡсаттарын үҙенә ҡуйған, 8 йәш-тән өлкәнерәк балалар менән эш алып бара. Хәрәкәттең штабтары илдең 85 субъектында ла бар.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас