Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

ҠОЛЛОҠТА ҮТКӘН ҒҮМЕР

Үткән шәмбе Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Аҙна яңылыҡтары”нда тетрәндергес хәл тураһында һөйләнеләр.

30 йыл элек хәбәрһеҙ юғалған Әбйәлил районынан Мәһәҙей Заһретдинов табылған. Ҡаҙаҡтарҙа ҡоллоҡта булған, тиҙәр. Әле уны тыуған иленә ҡайтарыу мөмкин түгел. Ирҙең документтары бөтөнләй юҡ. Шулай ҙа өмөт бар.
Ҡаҙағстандан ебәрелгән берҙән-бер видеояҙ-мала карауатта ятҡан сибек, ҡоро һөйәккә ҡалған ирҙе туғандары саҡ таный. Ҡаҙаҡтар уны тырышып-тырышып тыуған яғына ҡайтырға өгөтләй. Күрәһең, ҡартайған, ауырыу ирҙе бер кемдең дә ҡарағыһы килмәй. Ә заманында туғандары Мәһәҙейҙе эҙләп тә таба алмай.
Шуҡ, теремек, баҫҡан ерендә ут сәсрәп торған Мәһәҙей Ҡаҙағстанға 30 йыл элек, эш эҙләп сығып китә. Ул ваҡытта егеткә 27 йәш була, типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Тик ул ошо китеүенән юҡ була. Әммә, туғандары әйтеүенсә, Мәһәҙей бирешә торған кеше түгел, сабып барған атты ла туҡтатып менә ала. Ә ҡаҙаҡтарға көтөүселәр кәрәк, ҡустымды ҡоллоҡта тотҡандарҙыр, ти Сабур Заһретдинов.
Мәһәҙей Әбйәлил районының Күсем ауылынан. Был яҡтар борон-борондан ҡаҙаҡтар менән ҡатышып йәшәй. Дала яғына барып ҡайтыусылар Мәһәҙейҙеме, әллә уға оҡшаған кешенеме күреп ҡалыуҙары хаҡында килеп хәбәр итә, әммә бер кем дә аныҡ ҡына адресын әйтә алмай. Советтар Союзы тарҡалып, Ҡаҙағстан сит дәүләткә әйләнгәс, ептең осо бөтөнләй юғала.
Заһретдиновтар үҙәк каналдарға ла мөрәжәғәт итеп ҡарай, Ҡаҙағстанда төпләнгән мил-ләттәштәребеҙҙән дә һораштыра. Тик һөҙөмтәһеҙ. Шулай ҙа улар ҡасан булһа ла туғандарын күреү өмөтөн юғалтмай. Ә ептең осо уйламағанда сиселә. Ошо көндәрҙә Заһретдиновтарға Ҡаҙағстандың Арҡалыҡ ҡалаһынан, Арман Айманов атлы егеттән хәбәр килеп төшә. Социаль селтәрҙә. Унда һеҙгә Мәһәҙей Сәғит улы тигән кеше таныш түгелме тип яҙылған була. Баҡтиһәң, яҡташыбыҙ 30 йыл буйы Арҡалыҡ ҡалаһы эргәһендәге ауылда ғүмер иткән. Ҡаҙаҡ егете Мәһәҙейҙең әле ауырып тороуын да еткерә. Сабур ағай фекеренсә, хәҙер сирле кешенән ҡотолоу яғын ҡарайҙар.
Заһретдиновтар юғалтҡан туғандарын үҙҙәренә һыйындырырға әҙер. Әммә уны сик аша үткәреп булмай, Мәһәҙейҙең бер документы ла юҡ. Тик ҡаҙаҡтар әйтеүенсә, туғандары килһә берәй әмәлен табырға мөмкин. Сөнки Мәһәҙейҙең һаулығы ҡаҡшаған, ә документтарһыҙ дауаханаға һалыу мәшәҡәтле, түләүле нигеҙҙә генә мөмкин. Башҡортостанға ҡайтарыу оҙаҡҡа һуҙылһа, Мәһәҙейҙең сит тупраҡта мәңгелеккә ятып ҡалыуы ла ихтимал.
Читайте нас