Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Стәрлеләр һыр бирмәй

Өфөлә Хөкүмәт наградаларын тапшырҙылар. Бүләкләнеүселәр араһын-да стәрлетамаҡтарҙың да булыуы ғорурландыра.

“Авангард” предприятиеһы генераль директоры Әҙһәт Ибраһимов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән, “Синтез Каучук”тың һыу менән тәьмин итеү цехы начальнигы Әхәт Солтанов Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнһә, рәссам Сергей Лебедянцевҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы” исеме бирелде. Шулай уҡ “Синтез-Каучук” йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Жаворонков, уның үҫеш буйынса урынбаҫары Илдус Насиров, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы техник директоры Владимир Ше-лудченко, аппаратсы Салауат Мансуров “Башҡортостандың атҡаҙанған химигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һыр бирмәй. Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры ак-трисаһы Анжелика Гришкинаның “Королева красоты” спектаклендә Морин Фолан роле өсөн Пермдә үткән Мартин МакДонах Халыҡ-ара фестивалендә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн” дипломы менән бүләкләнде. Ә “Китапханаларҙа иң яҡшы волонтер проекты” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында Стәрлетамаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының “Эш өсөн” ирекмәндәр мәктәбе” йәштәр креатив үҙәге еңеү яуланы.
Яҡташтарыбыҙҙың төрлө өлкәләге уңыш-тары ҡалабыҙҙың да уңышы булып тора.
Читайте нас