Әлегә тиклем NASA планетабыҙға ҙур астероидтың яҡынлашыуы тураһында хәбәр иткәйне. Быға бәйле Рәсәй Фәндәр академияһы Йыһан тикшеренеүҙәре институтының ғилми етәксеһе Борис Шустов та үҙ фекерен белдерҙе һәм яҡынлашып килгән объект килтергән хәүефте баһаланы.
Белгес фекеренсә бындай астероидттар йыш ҡына Ер шары эргәһенән үтеп китә, был осраҡ та шундайҙарҙан иҫәпләнә һәм бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай. Астероид һәм Ер менән иң яҡын нөктәләге ара 6 миллион километр самаһы буласаҡ, был беҙҙең өсөн хәүефһеҙ дистанция.
Американың йыһан агентлығында "SP1"-ҙең диаметры 160 метр тирәһе булыуын хәбәр итә, бындай астероид планетабыҙға килеп төшһә ҙур ҡурҡыныс менән янай.