Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

ТӨБӘК ОПЕРАТОРЫНАН “СӘЛӘМ” ЕТКЕРЕП...

Ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге суд приставтары менән берлектә капиталь ремонт өсөн бурыстары йыйылғандарҙың өйҙәренә рейд ойошторҙо.

Был эште улар «Уңайлылыҡ өсөн түләргә кәрәк» акцияһы сиктәрендә башҡарып сыҡты.
Рейд мәлендә приставтар Октябрь проспек-тындағы 31-се һәм Артем урамындағы 103, 109, 111, 113, 133, 137, 138-се йорттарҙағы тейешле иғәнә түләмәгән 15 фатир хужаһын борсоно.
Билдәле булыуынса, ҡалабыҙҙа быйыл капиталь ремонт 99 йортта эшләнәсәк, бының өсөн 341,1 миллион һум талап ителә. Әммә капиталь ремонттың финанс күләме түләүҙәрҙән йыйылған суммаға бәйле икәнен онотмайыҡ.
Бурыстары күп булһа ла, түләүҙән баш тартыусылар байтаҡ. Был йәһәттән республикала 10 меңдән ашыу дәғүә бар һәм уларҙан 47 миллион һум түләтелгән дә инде. Стәрлетамаҡта иһә 21 миллион һумлыҡ бурыстан 12 миллион һумы түләтелгән. Ғөмүмән, төбәктә түләүҙәр – 94,5 процентҡа, ә Стәрлетамаҡта 92,1 процентҡа башҡарылған.
Суд приставтары бурыстарын тү-ләүҙән баш тарҡандарға төрлө саралар күрә: сит илгә сығырға рәхсәт бирмәй, мөлкәтенә арест һала һ.б., тик боҙ яйлап ҡына ҡуҙғала. Нисек кенә булмаһын, бурысыңды түләп, машинаңда ҡурҡмай ғына йөрөүгә, самолетта борсолмай ғына осоуға һәм тыныс ҡына йоҡлауға етмәй инде.
Читайте нас