Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

ТЕЛЕНӘН ЕТЕМ ҠАЛМАҺЫНДАР

Редакциябыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Ашҡаҙар» гәзитенә яҙҙырыу хәйриә акцияһын ойошторҙо. Гәзиткә яҙҙырыу өсөн ҡалалағы балалар һәм ветерандар йорттарын һайланыҡ.

Баҡтиһәң, бында ла милләттәштәребеҙ бик күп. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була шул. Бигерәк тә ата-әсә ҡарауынан, ғаилә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән йортта булыуы, уларҙың яҙмышын күреүе ауыр. Етем балалар төрлө райондарҙан килгән, улар араһында ҡасандыр тик башҡортса ғына һөйләшеп тә, һуңынан руссаға күсеп китеүселәр етерлек. Ата-әсәһенән мәхрүм ҡалһа ла, милләтенән етем ҡалмаҫҡа ярҙам итеп, балаларға хәйриә акцияһы сиктәрендә гәзит яҙҙырҙыҡ.
– Бында беҙҙә күпселеге рус милләтенән булһа ла, сыуаштар, татарҙар, башҡорттар ҙа бар. Башҡорт балалары бигерәк тә айырылып тора, улар бер-береһен ҡараша, ярҙамлаша. Бәләкәсерәктәре өлкәндәренең һүҙенә өҫтөнлөк бирә, патронат ғаиләләргә күсереү мәсьәләһе булған осраҡта ла улар башҡа милләт балалары кеүек бер-береһенән айырылырға ашығып бармай, – ти учреждение директоры Эльвира Мозафарова.
Ветерандар йортонда иһә әбей-бабайҙар гәзитле булды. Әйткәндәй, бындағы ветерандар электән үк «Ашҡаҙар» гәзите менән бәйләнеш тота, үҙҙәре лә яҙылып тора. Шулай ҙа: «Китапханаға ла башҡорт телендә сыҡҡан ҡала гәзите килеп торһа, артыҡ булмаҫ», – тип йылмая улар.
Әлбиттә, был акцияның башы ғына әле. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙ ҙә «Ашҡаҙар»ҙы яҡын кешеләрегеҙгә яҙҙырып, унда ҡатнаша алаһығыҙ. Башланғысыбыҙға әүҙем эшмәкәрҙәр, эшҡыуарҙар ҙа ҡу-шылыр тигән өмөттәбеҙ. Хәйриә акцияһы дауамлы булыр тип ышанбыҙ.
Читайте нас