Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

Тотош ғаилә юл фажиғәһендә һәләк була

Фажиғәлә үҙеңдең яҡыныңды юғалтыу – иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Үкенескә ҡаршы, донъяла минут һайын тиерлек юл ҡорбаны табылып тора. Ҡайһы берҙә авариялар тик тотош ғаиләләрҙең башына ла етә. Бер үк көндә булмаһа ла…

Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө трассаһының 64-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Һөнәре буйынса табип булып эшләгән 45 йәшлек ҡатын үҙенең ВАЗ-2107 автомобилендә оло юлға сығыр алдынан төп йүнәлештә килгән BMW-525 машинаһын күрмәй ҡала. Юл бирмәү арҡаһында сит ил автомобиле ВАЗ-дың өҫтөнә килеп менә. Һөҙөмтәлә автоледи һәм уның 24 йәшлек улы урында йән бирә. Салондың артҡы яғында ултырған 17 йәшлек улы иҫән ҡала ла бит, тик ул да ике сәғәттән һуң реанимацияла йән бирә. “BMW”-ныҡылар, бәхеткә күрә, иҫән ҡала: водитель һәм ике пассажир – дауаханала. Шулай итеп, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында күҙ асып йомған арала бер юлы бер ғаиләнең яҙмышы хәл ителә. Әммә үкенес бының менән генә сикләнмәй әле – бынан 4 йыл элек ғаилә башлығы ла аварияла һәләк булған.
Юлдарҙа иғтибарлы булып, имен йөрөргә яҙһын. Көткән яҡындар ҡайтып торһон.
Читайте нас