Халҡыбыҙҙың аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдинов үҙенең нәсихәттәрендә ҡыҙ балаларға мөрәжәғәт итеп: “Гүзәл холоҡло ҡыҙ бала бөтә ғаиләһе өсөн оло байлыҡ һәм сәғәҙәт, ҡарындаштары өсөн ҡиммәтле хазиналыр. Уҡыған үә холҡон тәрбиәләгән ҡыҙ алтындан баһалы, ынйынан ҡәҙерле байлыҡтыр” , – тигән.
Эльвира менән Азамат Асаиновтар ғаиләһендә лә, тап бөйөк мәғрифәтсе әйткәнсә, алтындан баһалы, ынйынан ҡәҙерле өс ҡыҙ үҫеп килә. Айгизә ҡалабыҙҙың 33-сө мәктәбендә 9-сы класта, Илзидә Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла 7-се клас- та уҡый. Икеһе лә уҡыу алдынғылары, йыр-бейеүгә, нәфис һүҙгә маһирҙар, спортта ла һынатмайҙар. Телһөйәр, илһөйәр ҡыҙҙар ҡала кимәлендә башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша, беренсе урындар яулай. Ә йәше лә тулмаған Самира апайҙарының уҡыуҙан ҡайтҡанын өйҙә һағынып көтөп ала. – Ҡыҙ халҡы бик нәзәкәтле бит ул, уларҙы тәрбиәләү ҙур оҫталыҡ талап итә, – тип ихлас йылмая балаларҙың әсәһе. – Иң ҙур яуаплылыҡ минең өҫтә ята, әлбиттә. “Әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос”, – тиҙәр халыҡта. Шуға балаларыма үҙем өлгө булырға тырышам. Ыҫпай итеп кейенергә, өҫ-башты тәрбиәле тоторға, эш рәтен белергә улар иң элек минән күреп өйрәнә. Аш-һыу әҙерләүгә лә, бәйләү, тегеү эштәренә лә бергәләп тотонабыҙ. Өлкәндәре менән әхирәттәр кеүек инде хәҙер, серҙәребеҙ уртаҡ, үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ, мода тураһында һөйләшәбеҙ. Шулай ҙа атайҙарын миңә ҡарағанда ла нығыраҡ яраталар шикелле. Мин талапсаныраҡ, урыны менән ҡәтғи ҙә булып китәмдер, бәлки. Атайҙарына арҡаланып үҫә ҡыҙҙарым, шуныһына шатланып бөтә алмайым... Үҙе лә үҫмер ҡыҙҙарынан саҡ ҡына өл- кән күренгән был ҡатынға ҡарап, һоҡлан- мау мөмкин түгел. Йәш, сибәр, уңышлы булыуының сере нимәлә тиһегеҙме? Әлбиттә, мөхәббәттә! Азаматы менән 18 йыл бәхетле ғүмер кисерә улар. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһә, бер йүнәлештә атлаһа, бер төптән булһа, ғаилә ныҡлы, ырыҫлы була шул ул. Асаиновтарҙы рух көсө лә яҡынайта, туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөү берләштерә. Эльвира Рәүеф ҡыҙы – 17 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә оҫта мөғәллимә, Азамат Ишкилде улы – Стәрлетамаҡ филармонияһында алыштырғыһыҙ артист. Оҫта ҡурайсы ҡала һәм республикабыҙҙың мәҙәниәтен байытыуға тос өлөш индерһә, кәләше Наумовка урта мәктәбендә йәш быуында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Ижади ҡарашлы, йыр-бейеүгә, нәфис һүҙгә йор мөғәллимәнең һәр дәресе үҙе бер тормош һабағы. Юҡҡа ғына башҡорт теле буйынса төбәк-ара йыл уҡытыусыһы конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, икеһендә лә төрлө номинацияларҙа еңеү яуламаған бит ул! – Иртән иртүк ашҡынып эшеңә барып, кисен эшеңдән ашҡынып өйөңә ҡайтыу – бәхет, – тип йылмая бәхетле ҡатын. Сөнки тормош тигән оло юлдан уның менән йәнәшә ышаныслы аҙымдар менән ире атлай. – Үҙ һүҙендә торған, аҙ һөйләр, күп эшләр, аҡыллы заттан Азамат. Ул беҙҙең яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа, ел-дауылдан ҡурсалаусыбыҙ ҙа, – был һүҙҙәрҙе ире менән татлы ғүмер кисергән ҡатын ғына әйтә алалыр. Эйе, бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйтмешләй, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте үҙе таянырлыҡ ҙур көскә һәр саҡ мохтаж, улар шундай кешене һөйә. Бер-береһен бәхетле иткән был күркәм парға киләсәктә лә иркәләнеп, наҙланып йәшәргә яҙһын. Сөнки тап улар ише йәрҙәр менән донъя матур.