Нимә һуң ул бәхет? Бәхетле йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был һорауҙар бик күптәрҙе борсойҙор.
“Бәхет” төшөнсәһен һәр кем төрлөсә аңлай. Берәүҙәр өсөн ул – иҫән-һау ғүмер итеү, икенселәр өсөн – аҡса күләмен арттырыу, яҡшынан-яҡшы сит ил машиналарында елдереү...
Бөгөн аҙым һайын һау-сәлә-мәт, туғандары, ғаиләһе, эше булғандарҙан “мин иң бәхетһеҙ кеше” тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Ошо кешеләрҙе күреп минең йөрәгем ярыла! Бар тән ағзалары, зиһене һау була тороп, нисек улар “бәхетһеҙлек” тураһында һүҙ йөрөтә ала?! Телевизор йәиһә радио тапшырыуҙарында аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булып та, ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнеп, үҙҙәренә аҡса эшләп, дан яулап, яҡындарын һөйөндөрөп йәшәгән шәхестәрҙән өлгө алһаҡ ине! Улар үҙҙәрен физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығытып, йәшәү өсөн үлем менән көрәшеп, еңеп сыҡҡан кешеләр!
Минең өсөн иң ҙур бәхет – ул йәшәү бәхете. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәхетте һәр кем татый алмай! Ҡәҙерле атайым менән әсәйем, бәхетемә күрә, мине был шатлыҡтан мәхрүм итмәгән. Әсәкәйемдең наҙлы һүҙҙәрен тыңлап, тәмле-татлы аштарын тәмләп, атайымдың көслө ҡанаттары аҫтында ел-дауыдың, ҡай-ғы-хәсрәттең нимә икәнен дә белмәй үтте минең бәхетле бала сағым.
Ниндәй бәхетле бит беҙ! Яныбыҙ-ҙа атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бар. Улар беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыусы фәрештәләребеҙ, ә беҙ уларҙың таяныстары. Юҡҡа ғына “Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын”, тимәгәндәр.
Йәшәү бәхетен тап ошо татыу ғаиләбеҙҙә, ошо хозур тәбиғәтле еребеҙҙә, бай тарихлы, наҙлы, йомшаҡ телле республикабыҙҙа тапҡаныбыҙға һөйөнөргә генә ҡала!
Йәшәү бәхетен татып та уның ҡәҙерен белмәү – оло гонаһ. Ожмахтай еребеҙҙә һәр йыл һайын килгән гүзәл яҙҙарға, баш осонда йылмайған көләс ҡояшҡа маҡтау һүҙҙәре йырлап йәшәүгә ни етә?!