Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Ғинуар 2021, 14:40

БЫНАН ЙӨҘ ЙЫЛ ЭЛЕК

Башҡортостанда күпме халыҡ йәшәгән?Билдәле булыуынса, быйыл илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙғарыла. Ошо мөһим сара алдынан уның тарихына бер аҙ күҙ һалмаҡсы булдыҡ. Был ваҡиғалар һөҙөмтәһе үҙ ваҡыты өсөн генә түгел, тарихты өйрәнеү, сағыштырыу йәһәтенән әле лә көнүҙәк булып ҡала.

Татар-монгол яуынан башлана
Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуҙың башы монгол-татар яуы дәүеренә ҡайтып ҡала. Ул замандарҙа өйҙәргә яһаҡ һалыу өсөн иҫәп алыу уҙғарылған. Һуңғараҡ, XIV-XVI быуаттарҙа иҫәп алыу һөҙөмтәләре “күсереп яҙыу кенәгәһе” тип аталған китаптарҙа яҙылған.
1718 йылда иһә Бөйөк Петр “кемдең ауылында ир енесенән нисә йән башы барлығы тураһында мәғлүмәт алырға...” тигән указ сығара. Указ бер йыл эсендә башҡарылып сығырға тейеш була. Шулай ҙа төҙөлгән исемлектәр өс йылдан һуң ғына йыйып алына, унан һуң өс йыл буйына тикшереүгә дусар ителә. Рәсәйҙә, ғөмүмән, крепостной право хоҡуғы юҡҡа сығарылғанға тиклем ун ревизия уҙғарыла.
1861 йылғы реформанан һуң айырым ҡалалаларҙа һәм хатта тотош губерналарҙа халыҡ иҫәбен алыуҙар уҙғарыла башлай. Рәсәй империяһының 1897 йылғы беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1895 йылдың 5 июнендә раҫланған Положение нигеҙендә уҙғарыла.
Рәсәй империяһының беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыуға тиклем Өфө губернаһында һәм Өфө ҡалаһында “Өфө губернаһында 1864, 1879, 1886 йылдарҙа бер көнлөк халыҡ иҫәпләмһе” тип аталған өс халыҡ иҫәбен алыу ойошторола. Программа буйынса (ҡайһы енескә ҡарай, йәше, милләте, ниндәй дин тота, ҡайһы ҡатламға ҡарай (сословие), уҡый-яҙа беләме, белеме), методик йүнәлеше һәм үҙенең бөтә ойошторолоуы буйынса был иҫәп алыуҙар шул заман статистика ғилеменең бөтә талаптарына ла яуап биргән һәм күп мәғлүмәт асҡан. Мәҫәлән, 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Өфө губернаһында ике енескә ҡараған халыҡ һаны 2 196 642 кешебулған.
Йәше генә түгел, шөғөлө һәм белеме лә мөһим
Әлбиттә, халыҡ иҫәбен алыу кеше һанын барлап сығыу тигәнде генә аңлатмай, төрлө күрһәткестәрҙе билдәләүсе тармаҡтары күп. Әйтәйек, 1917 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Артабанғы ошоға оҡшаш кампания 1920 йылда, Граждандар һуғышы осоронда уҙа: РСФСР сәнәғәт предприятиеларын иҫәпкә алыу менән бергә һөнәрмәнлек һәм ауыл хужалығы иҫәбе уҙғарыла. Уның йомғаҡтары буйынса БАССР-ҙа халыҡ иҫәбе 2 801 608 кеше булған.
Ә совет замананда иһә Беренсе Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу 1926 йылдың 17 декабрендә ойошторола. Уның йомғаҡтары буйынса БАССР халҡы 2 694 907 кеше булған. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу ССР халыҡ комиссарҙары советының 1939 йылдың 26 июлендәге Ҡарары буйынса ойошторола. Уның йомғаҡтары буйынса, мәҫәлән, БАССР-ҙа йәшәүсе халыҡ һаны 3 159 434 кеше була.1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу 23 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем уҙғарыла. Иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда йәшәүселәр һаны 3 миллион 340 мең кешегә етә.1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу (15 ғинуарҙан 22 ғинуарға тиклем уҙғарыла) йомғаҡтары буйынса БАССР-ҙағы дөйөм халыҡ һаны 3 818 075 кеше тәшкил итә.
1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу буйынса Башҡорт АССР-ында 3 848 627 кеше йәшәүе билдәле була. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу БАССР-ҙа халыҡ һанының аҙ ғына – яҡынса 100 мең кешегә артыуын күрһәтә. Яңы Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуҙар 2002 һәм 2010 йылдарҙа ойошторола.
Һәр иҫәп алыу йомғағы – ул илдәге һәм республикалағы айырым тарихи мәлдең уникаль сағылышы. Уларҙың барыһы ла беҙҙең төбәктә йәшәүсе халыҡтың социаль-демографик үҫешенең баһалап бөткөһөҙ йылъяҙмаһын сағылдыра.
Хәҙерге ваҡытта иҫәп алыу уҙғарыуҙың төп маҡсаты – элекке кеүек үк, илдең социаль-иҡтисади тормошон ойоштороу өсөн кәрәк булған халыҡтың составы һәм уларҙың урынлашыу тәртибе, төбәктәр үҫешенең перспектива планын төҙөү, халыҡты фәнни өйрәнеү һ.б. өсөн халыҡ һаны тураһында мәғлүмәттәр алыу. Шуға был сараға һәммәбеҙҙең дә яуаплы ҡарауы шарт булып ҡала.
Р. САФИНА.
Читайте нас