Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Февраль 2021, 15:05

Йөрәк өҙөлөп төштө микән тип торҙом...

Йыһанға рәхмәт уҡый-уҡый иртән эшкә килеп ятыуым, матур көй яңғырай, тимер атым да ҡәнәғәт кенә китеп бара төҫлө... Һауа торошон маҡтап та, насарлап та булмаған мәлдәр, тәбиғәт үҙе хужа... Бер боролошҡа етерәк ҡырын күҙ менән 8 - 10 йәштәрҙәге малайҙы шәйләнем...

Ул йәйәүлеләр юлынан урамды аша сығыу менән ниәте менән тороуын да, тик машиналарҙың ағылышынан үтә алмауын да аңлап алдым... Нисек тә ярҙам итеү теләге тыуҙы... Хәҙер боролам да, туҡтайым, ағылышты ябам тип уйлап алдым... Мин боролғолағансы, теге малайым ынтылды бит әй... Шул секунда күҙ алдынан үткән ваҡиғалар, аңлайһығыҙмы, бер секундта, тормош түңкәрелә яҙҙы... Малайҡайым юлдың яртыһына етте, мин хафаланып артҡа ҡарайым, машина булмаһа ярар ине тием... Етмәһә, ни яҡты түгел, ни ҡараңғы түгел, асфальт ҡара-иреү... күренмәй тиерлек... Уйлап та бөтмәнем, бер машина елдерә, туҡтарға уйламауын һиҙәм... Йән-тәстимгә сигналға баҫам... Аллаға шөкөр, шөкөр, шөкөр ???????????????????????? Балаҡай ишетте, артҡа сигенде... Шатлығымдан күҙҙән йәштәр атылды, тәнем ҡалтыранып иланы... Берәүҙең бер ғәзиз балаҡайының, йәшәй ҙә башламаған бер сабыйҙың ғүмеркәйҙәрен әл дә һаҡланы Хоҙайым... Әсә-атаһын ғәйәпләп тә булмай, бәлки, улар таң һарыһы менән эшкә ашыҡҡандарҙыр... Йәшәргә бит кәрәк... Былай ҙа ашығыс тормошта, эй, ашығабыҙ шул... Ҡайҙа, нимәгә, кемгә - уныһы һәр кемдең эше, әлбиттә... Тик ашыҡҡанда ла ҡабаланмай ғына ашыҡһаҡ ине, бер секунд етер, шаҡ иттереп туҡтатырға, унда инде нимәгә ашығып барыуыбыҙ мөһим дә булмаҫ... Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, иғтибарлы булайыҡ... Дежур һүҙҙәр генә булып ҡалмаһа ине был һүҙҙәр...

Читайте нас