2021-2023 йылдарҙа Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Туймазы мәктәптәрендә дөйөм суммаһы 60 миллион һумлыҡ өс “Кванториум” технопаркы булдырыу планлаштырылғайны.
Нимә һуң ул “Кванториум?”
“Кванториум” тип уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреү өсөн тәғәйенләнгән технопарктарҙы әйтәләр. Бында балалар төрлө яҡлап үҫешә, уларҙың теге йәки был өлкәлә һәләттәре формалаша.
Шулай итеп, “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль программаһы сиктәрендә ағымдағы йылда Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы лицей базаһында “Кванториум” булдырыласаҡ. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов әйтеүенсә, был уҡыу программаһын үҙләштереү кимәлен күтәрергә генә түгел, ә уҡыусыларҙы фәнни-тикшеренеү эштәренә йәлеп итергә һәм инженер һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, кванториум ҡалабыҙҙа, төрлө төбәктәрҙә иҡтисадты артабан да үҫтереү өсөн инженер-техник кадрҙар әҙерләүгә булышлыҡ итергә тейеш. Ә белем биреү кванториумда төрлөсә ойошторолоуо мөмкин. Мәҫәлән,төрлө практикумдар, эҙләнеү эштәре,техник һәм фәнни-тәбиғи йүнәлештәр буйынса конкурстарҙа ҡатнашыу, интеллектуаль конкурстар , оҙайлы ял көндәрендә уҡыусылар менән тематик ялдар ойоштороу.
Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, быйылғы йылда Кванториум тулыһынса әҙер буласаҡ һәм балалар өсөн шәп ижад урыны барлыҡҡа киләсәк.
Г.ҠЫУАТОВА.