Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
12 Март 2021, 07:06

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, БДУ-ны һәм ӨДАТУ-ны берләштертереү ике-өс йыл дауамында барасаҡ.

Ул вуздарҙы берләштереү идеяһын яҡтыртҡанда, элекке хәлдәрҙе лә һөйләп үткән...

«2010 йылда федераль хөкүмәт "5-100 проектын" тормошҡа ашыра башланы-был биш иң яҡшы һәм йөҙ ил рейтингына ингән вуздар тигән һүҙ. Һәм был вуздарға бик күп преференциялар бирелде, шул иҫәптән айырым финанслау ҙа. Ул саҡта беҙҙең республиканан был проектта нефть университеты ғына ҡатнашты һәм иң яҡшы вуздар рейтингына инеп ҡалды»
Радий Хәбиров Рәсәй Президенты менән беренсе осрашҡанда уҡ, Башҡортостанға ла үҙ федераль университеты кәрәклеге тураһында белдергәйне. Сөнки, беҙҙә йыл һайын 11 синыфты 17 мең кеше тамамлай, шуларҙың 12 меңе генә беҙҙең уҡыу йорттарында уҡырга ҡала икән. Ҡалғандары ситкә уҡырға китә һәм кире республикаға ҡайтмай.
Президент федераль университтар темаһы ябыҡ булыуын, ә бына — “Өҫтөнлөклө-2030” программаһынан файҙаланыу мөмкинлеге булыуын белдергән.
“Был ун йыллыҡҡа ҙур университетлы 30 шәп-төбәк һәм 30 юғары укыу йорто һайлап алынасаҡ, уларға көсәйтелгән финанслау — 10 йылға 750 млрд һум бүлеп бирелә. Тимәк, беҙҙең берләштереләсәк вуз үҙенең 2 миллиард һум тирәһе бюджетына өҫтәмә рәүештә, кәм тигәндә, 1 млрд. һум ала аласаҡ. Әгәр ҙә беҙ был мөмкинлекте файҙаланмайбыҙ икән, беҙҙең вуздар эйәрсән принцип буйынса ғына финансланасаҡ”, - тип белдергән Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе.
Вуздар берләшкән осраҡта ҡыҫҡартыуҙар ҡаралмаған, киреһенсә, күберәк студенттарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.
Читайте нас