2020 йылда «Бәләкәй ҡала театрында» һәм «Театр — балаларға» тип исемләнгән йүнәлештәр буйынса, «Мәҙәниәт кесе тыуған илем» проекты сиктәрендә 14 яңы спектакль ҡуйылғайны. Стәрлетамаҡтың рус дәүләт драма театрында “Баҡыр тауы хужабикәһе” һәм Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә “Хушығыҙ,хыялдарым” спектаклдәре ҡуйылғайны. Был проект Башҡортостан театрҙарына төрлө ҡалаларҙан режиссерҙарҙы, балетмейстер, рәссам сценаристарҙы йәлеп итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, спектаклдәрҙе ҡуйыу өсөн Мәскәү, Ҡазан, Оренбург, Саха республикаһы(Яҡутстан) һәм Ҡалмыҡ республикаһынан белгестәр саҡырылғайны.
Проект сиктәрендә ойошторолған традицион спектаклдәр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәре һәм конкурстары афишаһына инә, унда бик күп абруйлы наградалар һәм премиялар яулай.
Г.ҠЫУАТОВА.