Бына Стәрлетамаҡта йәшәгән 90 йәшлек Зинаида Михайловна Глухова, үҙенең 60 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. Ул инәй дауалаусы ғына түгел, минеңсә. Сөнки, әле һаман саҡ ҡына ауырыһалар ҙа уны белгәндәр уға кәңәш һорап бара икән. Ул кеше ғүмерҙәре һағында тороусы ғына булмаған, ә йәшәү мәғәнәһе бүләк итеүсе заттарҙың береһе, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем һәм рухлы ҡатын-ҡыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданины, Башҡортостан республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, РФ-ның атҡаҙанған табибы кеүек лайыҡлы исемдәргә эйә булған кеше.
Совет медицинаһы тураһында һүҙ сыҡһа, Зинаида Михайловна, “Ҡала властәре һәм предприятиелар һәр ваҡыт табиптарға ярҙам итеп ,уларҙың ғаиләләрен, һаулыҡтарын гелән ҡайғыртып торҙолар. Был ғына ла түгел, кадрҙар һайлау, махсус медицина ярҙамы үҫешенә лә йоғонтолары ҙур булды. Бөгөнгө көндә сәнәғәт предприятиелары хужаларына ла элекке тәжрибәне ҡулланыу ҡамасауламаҫ ине. Сөнки кешеләр элеккесә хеҙмәт ресурстарының төп етештереүсеһе булып тора. Табип һөнәре тураһында ниҙәр генә әйтһәләр ҙә, аҡ халатығыҙға тап төшөрмәй,сирлеләрҙең ғүмерҙәре өсөн көрәшергә кәрәк. Коллективта ла, барыһы менән дә мәрхәмәтле булығыҙ”, - ти Зинаида Михайловна.
Уның оҙон хеҙмәт юлы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Сода производство берекмәһендә цех табибынан башланып, етәксе вазифаһына тиклем етә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире булып эшләһә, аҙаҡтан 4-се һанлы дәүләт һаулыҡ һаҡлау бюджет учреждениеһының медицина статистикаһы кабинетының мөдире булып эшен дауам итә. Уның сикһеҙ хеҙмәте һәм ярҙамы менән ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге материаль-техник яҡтан ҙур үҫеш кенә алып ҡалмаған, ә 1100 урынлыҡ СК дауахана комплексы сафҡа индерелгән, беренсе һанлы ҡала поликлиникаһы,тиҙ ярҙам станцияһы, тире-венерологик диспансеры һәм балалар стоматология поликлиникаһы ла булдырылған.
1965 йылда яҙмыш һуҡмаҡтары Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып килгәненә бик бәхетлемен! Был ҡаланы бик яратам, бында балаларым, ейәндәрем,бүләсәм тыуҙы. Юлымда һәм йәнәшәмдә һәр ваҡыт яҡшы кешеләр генә осрап торҙо,бергә эшләне”, тип хәтерләй үҙенең йәшлек йылдарын Зинаида Михайловна.
Уның тураһында Стәрлетамаҡ кешеләре бәхетенә Хоҙайҙан бирелгән ысын табип, һаулыҡ һаҡлау маяғы тип кенә әйтәләр... Зинаида Михайловна кеүек белгестәрҙең ҡәҙерен белеп, ярҙам итеп, эшләргә бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәктер. Шунда ғына бәлки, һәр заманда ла, ауырлыҡтарға бирешмәй, тура ҡарап алға барыр өсөн һөнәре буйынса ғына түгел, тормош маяҡтары ла күбәйер ине.
Гөлкәй Ҡыуатова.