Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
16 Март 2021, 06:10

БАШҠОРТСА ОҘОН ҒҮМЕРЛЕК ТУРАҺЫНДА

“Торатау” эшҡыуарҙары менән бизнес-осрашыу үтте

Күп һүҙ китапҡа яҡшы тиһәләр ҙә, хаҡиҡәт бәхәстәрҙә, күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыуҙарҙа тыуа. Бизнес та башлыса эшләүгә, ныҡышмалылыҡҡа ҡоролоуға ҡарамаҫтан, төрлө осрашыуҙарҙа, форумдарҙа яңы идеялар барлыҡҡа килә, тәжрибә нығына. Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙарының “Торатау” геопаркы етәкселеге һәм туризм буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова менән булған осрашыу барышында ла инвест-проекттар, туризмды үҫтереү гранттар тураһында байтаҡ фекер яңғыраны. Шуныһы ҡыуаныслы: аҡса һуғыу хаҡында ғына түгел, йүнселдәр туризм, экология тураһында ла уйҙарын яңғыратты.
Осрашыуға илленән ашыу аҙыҡ-түлек һәм сувенирҙар етештереүселәр, геопарк резиденттары, республиканың турбаза хужалары һәм туроператорҙар килгәйне. Сәләмләү телмәрендә Эльмира Туҡанова республикала туризм үҫтереүҙең ҙур потенциалы булыуын билдәләп үтте.
– Бизнес алға китһен өсөн бары тик инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә эшләргә генә кәрәк һәм, әлбиттә, Башҡортостанда булған туристик ресурстарға ярҙам итеү зарур, – тине ул. Бергәләшеп талап ителгән ҡыҙыҡлы туристик проекттарҙы эшкәртеүгә бөтә энергияны йүнәлдерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡунаҡ, сөнки әлеге шарттарҙа эске туризм тенденциялары һаҡлана бит.
“Торатау” геопаркы менән танышыу үҫеш концепцияһын презентациялауҙан башланды. Геопарк директоры урынбаҫары Артур Биктимеров биләмәнең перспективалары тураһында һөйләне һәм яҡынса пландар менән дә таныштырҙы. Шулай, шихан буйында күҙәтеү майҙанлы беренсе заманса визит-үҙәк һәм кафе төҙөмәкселәр. Өҫтөнлөклө инвестицион проекттар иҫәбендә – Торатауҙа этноауыл, Ғафури районының Уҡлы-Ҡая ҡаяһы янында глэмпинг, апиүҙәк төҙөү тора. Эшҡыуарҙарҙы шулай уҡ ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын үҫтереү менән дә таныштырҙылар. Улар араһында экофермалар, ат-спорт комплекстары, экстрим-парктар, спорт инвентаре прокаты пункты, турбаза, кафе һәм ҡунаҡ йорто булыуы ихтимал.
Геопарк булдырыуҙа шулай уҡ ҡатнашыусы эшҡыуарҙар Анна Ларина һәм Геннадий Кошелев иһә грант аҡсаһына тормошҡа ашырылған 2020 йылдың уңышлы проекттары, “Ҡунаҡсылыҡ оҫталары” конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһе һәм Ростуризм гранттары тураһында бәйән итте. Ә “Баштурсоюз” етәксеһе Илдар Бикҡужин “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” дәүләт программаһы буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эшҡыуар Денис Зеленцев тиҙ генә магазин төҙөп була торған “Prefab Modul” әҙер конструкциялар тураһында һөйләне. “Ҙур булмаған модуль павильонын ике аҙнала әҙерләргә, ә өс тәүлек эсендә уны урынлаштырып ҡуйырға була”, - тигән тәҡдим яһаны егет. Тәбиғәт ҡосағында ҙур булмаған кафе өсөн бынамын тигән мәсьәләнең сиселеше түгелме икән был?..
Әммә магазин төҙөү бер, ә кешегә хеҙмәт күрәһәтә белергә лә кәрәк бит әле. Был хаҡта иһә Мәскәүҙән килгән Ольга Новикова бәйән итте:
– “Берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса эшҡыуарҙарға ярҙамға килергә әҙер булған система, мәҫәлән, проектты төҙөүҙән алып туристарҙы урындарға алып барыу, продукттарҙы төрөүгә тиклем үҙ өҫтөнә ала,” – тине ул.
Осрашыу һуңында “Торатау” геопаркы директоры Айнур Саманов геопарктың киң партнерлыҡ селтәрен булдырыуға һәм резиденттарға бар яҡлап та ярҙам итергә әҙер булыуы маҡсатында барлыҡҡа килеүен билдәләп үтте.
Әлбиттә, майлы ҡалъяны эләктерергә теләүселәр күп буласаҡ, гранттарҙы үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар ота алһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Римма ҒӘЛИМОВА,
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас