– Рафиға апай, ижади кешеләр тормошона баҡһаң, улар хыялын тормошҡа ашырыуҙа ниндәй генә ҡаршылыҡтар үтмәй, ниндәй генә ҡорбан килтермәй, һеҙҙең актриса булыу теләге көслө инеме?
– Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ хас. Тик ҡайһы бер осраҡта был бик ныҡ ҡамасаулай. Мәҫәлән, уҡыу йортона барып ингәс тә, этюд, коллоквиум нимә икәнен дә белмәй, үҙемдең белмәгәнемдән оялып, кемдән һорарға белмәй, кешенән тартынып торҙом. Шул ваҡыт яныма Гөлшат Зыязитдинова, Зифа Баязитова килеп сыҡты. Гөлшат актерҙар ғаиләһенән, билдәле актриса Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙы, шуға театр, актерлыҡ менән бәйле булған төшөнсәләр барыһы ла таныш булғанға күрә, ул беҙгә аңлатып бирҙе.
Беренсе этюд бөгөнгөләй хәтеремдә... Һин урманда аҙашҡанһың да, ҡысҡырып әсәйеңде эҙләйһең... Уҡырға инеү теләге лә көслө булғанмы икән, шул тиклем тырышып башҡарҙым, хатта ул ваҡытта комиссияла ултырған Гөлли Мөбәрәкова, Шәүрә Мортазина һәм башҡа күренекле шәхестәр миңә ыңғай баһа ҡуйҙы. Шулай итеп, институт
миңә үҙ ишектәрен асты. Беҙ ун ике кеше Өфө дәүләт сәнғәт институтының тәүге ҡарлуғастары булдыҡ. Үҙ-ара ныҡ дуҫ йәшәнек, хатта әлегәсә шылтыратышып хәлдәрҙе белешеп торабыҙ.
– Актерлыҡ юлы үҙенсәлекле башланып киткән...
– Быға тиклем Салауат районы Мөрсәлим ауылынан бер ҡыҙ менән танышып алып, поезд менән Өфөгә юлландыҡ. Поезда элек шығырым тулы кеше. Ултырырға ла урын юҡ ине, төнө буйы баҫып барабыҙ, бер ир кеше сығып киткәйне, шуның урынына ултырыуым булды, татлы йоҡоға талғанмын. Шунан файҙаланып, сумкамдан аҡсамды урланылар... Өфөгә бер тинһеҙ барып төштөм. Торналы тигән ауылда уҡығанда иҙән йыуыусы булып эшләгән апай юлымда осраны, бәхеткә ҡаршы. Ул дауахананан ирен алып ҡайтып бара ине. Бар хәлемде уға һөйләп биргәйнем, миңә 50 тин аҡса биреп китте. Шул аҡса менән институтҡа барып еттем. Ябай ғына күлдәктәр кейеп, үксәһе ашалып бөткән туфлиҙарыбыҙ менән төрлө яҡтан уҡырға инергә килгән бер төркөм ябай ауыл ҡыҙҙары инек... Барыбыҙ ҙа уҡырға индек. Затлы-затлы, кәнфит кеүек ялтырап торған кейемдәр кейеп килгән ҡала ҡыҙҙары нишләптер береһе лә уҡырға инә алманы. Бала саҡтан уҡ, матурлыҡҡа ынтылыу тойғоһо булды миндә, гел иптәш ҡыҙҙар менән төрлө-төрлө кейенешеп, һикегә баҫып бер-беребеҙгә концерт күрһәтә торғайныҡ. Мәктәптәрҙә уҡыған ваҡыттарҙа инде төрлө сараларҙа, концерттарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Шуға күрә, сәнғәт юлынан китеү бала саҡтан килгәндер, тип уйлайым.
– Телгә алған баҫалҡылыҡты еңә алдығыҙмы һуң?
– Салауат театрында эшләгән саҡта, гел йәш ҡыҙҙарҙы уйнай торғайным. Шуның йоғонтоһо булдымы икән, гел йәш ҡыҙҙар кеүек оялып, баҫалҡы булып йөрөнөм. Уйнаған геройҙарҙың ролдәренән ҡай ваҡыт тормошта ла сығып булмай, нисектер күңелеңә һеңеп ҡалған төҫлө тойола. Стәрлетамаҡҡа килгәс инде “Хужа Насретдиндың биш ҡатыны”нда ҡыйыу, көр тауышлы ҡатынды, “Ханума”ла батыр, яусы ҡатынды уйнағандан һуң тормошта ла үҙгәреү тойолдо. Ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ сифаттары
асылды. Актер кеше шулай, ғөмүмән, уйнаған ролдәре аша үҙе лә рухи үҫешә, нығына, үҙгәрә...
– Ә һеҙҙең родәрегеҙ бик күп.
– Эйе, 50 йылға яҡын ижад юлына күҙ һалһаң, 100-ҙән ашыу исемлек йыйылып китә. Был образдарҙа күпме хеҙмәтем, көс, ғүмер һәм кисерештәр һалынған.
– Ә иң яҡындары ниндәй? Мәҫәлән, иң яҡын ете роль?
– “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендә Ғәлимә роле, “Ай тотолған төндә”лә – Зөбәржәт, ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең”дә – Сәлиха роле, Флорид бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”нда – Майгөл инәй, А.Цагарелиҙың “Ханума” комедияһында – Ханума, Х.Иргалиндың “Инә бүре ҡарғышы” трагедияһында – Хәтирә роле, М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”музыкаль драмаһында – Ғәлимәбаныу.
– Ошо урында ижадығыҙға ныҡлабыраҡ туҡталып үтһәк ине.
– Беҙҙең ижад башы – Салауат ҡалаһында эшләгән ваҡыттарҙа Стәрлетамаҡта башҡорт театры юҡ ине әле. Бында беҙҙе Гөлдәр Ильясова, режиссер булараҡ башҡорт театрын асырға тигән теләк менән саҡырҙы. Үҙебеҙҙең эшебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы, 17 йыл Салауат ҡалаһында эшләгән театрыбыҙҙы ташлап, Стәрлетамаҡта башҡорт театры булдырырға, үҙебеҙҙең башҡорт-татар милләте кешеләренә рухи аҙыҡ өләшергә тип, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенеп килдек. Рус драма театры директоры Полянкин Анатолий Евсеевич беҙҙе бик йылы ҡаршы алды, урын бирҙе. Тәүҙә рус драма театры бинаһында өйҙәш булып ҡына йөрөнөк. Ул ваҡытта инде башҡорт театры студия булып ҡына башланып китте. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтың ул саҡтағы етәксеһе Спартак Әхмәтовҡа оло рәхмәтлебеҙ, ижадыбыҙҙы халыҡҡа еткереүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ.
– Ҡасандыр ошо театр тип ҡубып сығып киткәнһегеҙ, быға үкенгәнегеҙ булманымы?
– Театр беҙҙең өйөбөҙ ҙә, йырлаған көйөбөҙ ҙә. Беҙ бер бөтөн һымаҡ, бергә тын алабыҙ. Башҡорт театры күтәрелештә булһа, беҙ ҙә яңы һулыш алып, яңы дәрт, яңы көс менән ижад итәбеҙ. Шуға күрә, кешеләр театр тамашасы өсөн эшләгәнен аңлаһалар ине. Тамашасы булмаһа, спектаклдәр ҙә булмаясаҡ. Ә театр инде тамашасыны тәрбиәләй, рухи яҡтан үҫтерә. Шуға күрә, рухи яҡтан үҙебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек, үҫтерәйек!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Байрамығыҙ менән, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, ижад шишмәгеҙ һайыҡмаһын.
Әңгәмәне Гөлкәй Ҡыуатова ҡорҙо.
Фото театр архивынан алынды.