Стәрлетамаҡ хакимиәтенең юридик бүлеге хәбәр итеүҙәренсә, граждандарҙы ҡабул итеүҙе Стәрлетамаҡ прокуратура хеҙмәткәрҙәре, БР буйынса росреестр идаралығы, БР буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы , Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.
Граждандарҙы түбәндәге график буйынса ҡабул итәсәктәр: Хоҙайбирҙин урамы, 17-се һанлы йортта, сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем.
Г.Ҡыуатова.