Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Март 2021, 06:25

Ташландыҡ автомобилдәр менән көрәш.

Ҡалала ихаталарҙа хужаһыҙ йәки ҡарауһыҙ торған автомобилдәрҙе утилләштереү буйынса махсус комиссия эшләп килә.

Яңыраҡ ошоға бәйле сираттағы рейдта ун автомобиль тикшерелгән, шуларҙың бишеһе ташландыҡ икәне асыҡланған.
Торлаҡ коммуналь хужалығы белдереүенсә, был автомобилдәрҙе ирекле рәүештә икенсе ергә күсереү тураһында белдереү беркетелгән. Әгәр ҙә автомобиль хужалары был талапты иғтибарһыҙ ҡалдырһа, ҡала етәкселеге ташландыҡ автомобилде үтилләштерергә хоҡуҡлы.

Г.Шиһапова.
Читайте нас