Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
19 Март 2021, 05:25

Ярты сәғәттән миңә тажлы вирус ҡурҡыныс түгел ине инде...

Сирҙәрҙән һаҡланыуҙың төп алымы – вакцина булыуы барыһына ла билдәлелер,моғайын. Үҙенең һәм балаларының, яҡындарының сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртҡан һәр кем үҙ-үҙенә “Коронавирустан вакцина эшләтергә кәрәкме ?“тигән һорау бирмәйсә ҡалмай. Ни өсөн коронавирустан вакцинация эшләтеүгә күптәрҙең ҡарашы ыңғай түгел? Халыҡ араһында “уны эшләтһәң, киреһенсә, нығыраҡ ауырый башлайһың”, тигән фекер ҙә йөрөй хатта, башҡа имеш-мимештәр ҙә етерлек.

Ә ғәмәлдә хәл бөтөнләй башҡаса, үкенескә ҡаршы, прививка эшләткәндәр түгел, сирләп, уны күтәрә алмағандар китә аранан...
Табиптар фекере бер, ә бына кем яһатҡан, улар нимә ти һуң? Был йәһәттән йәштәргә, атап әйткәндә,ҡаланың йәштәр лидерына һүҙ биреү урынлы булыр ине. COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу буйынса көнүҙәк һорауҙарға яуаптарын үҙе был вакцинаны яһатыусыларҙың береһе, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Азат КҮСКИЛДИН һөйләп үтте.
– Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны барыһына ла яһатырға кәрәкме, тигән һорауға яуапты инде һәр кем үҙе беләлер. Минеңсә, барыһына ла яһатырға кәрәк, сөнки күмәкләп эшләткәндә генә, беҙ был йоғошло сирҙән тулыһынса ҡотола аласаҡбыҙ. Әле прививка яһатам тип йүгерергә лә, бер ниндәй сиратҡа яҙылырға ла кәрәкмәй! Уның тәртибе билдәле, хатта күсмә вакцинациялау пункттары ла эшләй башланы. Башҡортостанда ике миллион кешегә прививка яһау күҙҙә тотола. Шул сағында ғына эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк.
Прививка алдынан тәүҙә табиптар яҡшы итеп тикшереп сыҡты – температураны үлсәнеләр, дарыуға аллергия барлығын-юҡлығын асыҡланылар. Айырым әҙерлек тә, коронавирустан тест биреү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме – йыл дауамында инфаркт йәки инсульт кисермәүегеҙ, системалы сирҙәрегеҙ, туберкулез, шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ булмауы. Ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөккә тест үткәрергә кәрәк буласаҡ.
Вакцина өс аҙна арауыҡ менән ҡаҙатҡан ике инъекциянан торҙо. Уның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу, бушлай эшләнеләр. Мин беренсеһен дә, икенсеһен дә яҡшы үткәрҙем.
Прививканан һуң өҙлөгөүҙәр булманы, был хаҡта ла имешмимештәр күп йөрөй. Мәҫәлән, вакцина индергәндән һуң, минән ярты сәғәт поликлиникала ултырып тороуымды һоранылар – табиптар өсөн организмдың препаратты нисек ҡабул итеүен белеү мөһимдер тип аңланым. Йыш ҡына грипп менән сирләгәндәге кеүек билдәләр булыуы ихтимал тиҙәр, өшөп ҡалтыратыу, температура күтәрелеү, быуындар, мускулдар һыҙлауы, хәлһеҙлек. Миңә килгәндә, быларҙың береһе лә булманы, тик инъекция урыны ғына бер аҙ ҡыҙарып, шешеп торҙо, ике-өс көндән һуң был турала ла оноттом. Урындағы табиптар өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметеү өсөн вакцинациянан һуң бер-нисә көн физик көсөргәнеш төшөрмәҫкә, мунса һәм саунаға бармаҫҡа, инъекция урынын еүешләмәҫкә, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә тигән кәңәш бирҙе.
Элекке дәүерҙәрҙә лә бит төрлө йоғошло ауырыуҙарҙы прививка эшләтеп кенә еңгәндәре тарихтан билдәле. Шуға күрә үҙемде генә түгел, ғаиләмде, туғандарымды, коллективымды коронавирустан һаҡлау өсөн үҙ теләгем менән вакцина һалдырҙым. Һәм быға һис кенә лә үкенмәйем. Хәҙер хәүеф тә юҡ, сир ҙә...
Яуапты Гөлкәй ҠЫУАТОВА яҙып алды.
Читайте нас