Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
21 Март 2021, 18:58

Беҙ бит шиғри күңелле халыҡ!..

Хөрмәтле дуҫтар! Нимә тип әйтергә лә белмәй торабыҙ...

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған конкурс иғлан иткәс, башта бер нисә көн эсендә генә яҙма ебәреүселәр булырмы икән тип шикләнеберәк ҡуйғайныҡ. Әммә бөгөнгө көндә, киреһенсә, ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ.
Шул тиклем күп яҙмалар килде, шул тиклем матур яҙмалар килде. Ә уларҙың географик киңлеге, башҡарыусыларҙың йәш төрлөлөгө үҙе ни тора! Бер генә һығымта яһарға ҡала - беҙ шиғри күңелле халыҡ! Нисек кенә булмаһын, конкурс булғас, еңеүсеһе һәм матур бүләккә эйә булыусыһы булыуы шарт. Махсус жюри менән күп уйлағандан һуң, был конкурста еңеүсене шулай ҙа халыҡ үҙе билдәләргә тейеш тигән һығымтаға килдек.
Шулай итеп, беҙ артабан тауыш биреү иғлан итәбеҙ һәм шунда уҡ беҙгә ебәрелгән видеолар менән дә танышырға мөмкин буласаҡ. Видеоларға ҡарата фекерҙәрҙе, теләктәрегеҙҙе коментарийҙарҙа яҙып барырға мөмкин. Ҡатнашыусылар күп булыу сәбәпле, тауыш биреү бер нисә төркөм менән буласаҡ, сөнки бер тауыш биреү төркөмөндә бер тиҫтә генә конкурсантты ҡуйырға була. Ғәҙеллек хаҡына беҙ исемлекте алфавит тәртибендә ҡуясаҡбыҙ.
Ә еңеүсегә килгәндә, әлбиттә, ул иң ҙур баһа алған йәки иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусы буласаҡ.
Әйткәндәй, тик төркөмгә ҡушылып ҡына тауыш бирергә мөмкин!
Шулай итеп, беҙҙең яҙмаларҙы артабан ҡарап барығыҙ!
Читайте нас