Нимә һуң ул хакатон?
Хакатон тип уйлап табыусылар форумын әйтәләр. Уның нигеҙендә төрлө өлкәләрҙә эшләгән белгестәр ниндәй ҙә булһа проблеманы бергәләп хәл итер өсөн, яңы әйбер уйлап табыу тора.
Хакатонда түбәндәге темаларҙы: уйындар эшләү(GameDev), виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ ҡушымталарын(VR/AR),диалог системаһының яһалма интеллектуаль ҡушымталарын (AI) тормошҡа ашырыу ҡаралған. Был сарала ҡатнашыусылар командараларға бүленеп, өс көн дауамында хакатон партнерҙары ҡуйған төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәсәктәр. Иң яҡшы тип иҫәпләнгән командалар,бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.
Хакатонды үткәреү урыны БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында урынлашҡан виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ лабораторияһы( Ленин проспекты 37, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты)
Хакатонда ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ.
Г.Шиһапова.