Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ,Өфө һәм Сибай ҡалаларында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
Стәрлетамаҡ халҡы сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө дүрткә тиклем түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан туберкулезға ҡаршы диспансерҙарҙа табип-фтизиатрҙарға шәхси һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала.-Халыҡ тыҡрығы , 10.- Шафиев урамы, 43 (балалар үҙәге).Шулай уҡ, сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем күсмә флюорографик ҡоролмаһы ла эшләйәсәк. Флюорографик тикшеренеүҙе Техник урамы, 14 йортта урынлашҡан Синтез-Каучук заводында үтергә була.