Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
24 Март 2021, 11:19

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһын булдырғайны.

Йәмәғәт наградаһы менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә.Награда материалдарын электрон вариантта йәки ҡағыҙҙа БР-ның Стәрлетамаҡ ҡалаһы Йәмәғәт палатаһына 9 апрелгә тиклем ебәрергә була.Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә. Шулай уҡ 5 йылдан ашыу уллыҡҡа алынған балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр, Ватанды һаҡлағанда хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған, хәрби йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә яраланыу, контузия алыу йә иһә эштә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә балалары үлгән атайҙар бүләкләнергә мөмкин . Ошо бөтә мәғлүмәттәр менән бергә махсус бланкты тултырырға, балаларының тыуыу тураһында таныҡлығын, үҙенең һәм уларҙың паспорт күсермәләрен, бөтә ғаилә ағзаларының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ биреү ҡағыҙын да әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Барлыҡ материалдарҙы Октябрь проспекты, 32 һанлы йортта урынлашҡан 228 кабинетҡа алып килеп тапшырырға кәрәк.Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һандарға шылтыратып ала алаһығыҙ: 24-16-69.БР йәмәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса.

Читайте нас