Ашҡаҙар
+23 °С
Облачно
Общие статьи
27 Марта 2021, 14:00
Күсәрбай ауылында традицион башҡорт балаҫы һуғыу буйынса оҫтахана эшләй
Проект боронғо шөғөлдәр, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Республика башлығы Грантына тормошҡа ашырыла.
Флүрә Аҡсулпанова Ишембай яҡтарында тыуып үҫеп, 1972 йылда Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылына килен булып төшкән. Аҫалы балаҫ һуға башлауына ҡыҙына бурыслы булыуын билдәләй. Әминәһе донъяға килеү менән үҙендә яңы һәләт аса.
Ағинәй ейәнсәренә лә күптән инде бирнә әҙерләп ҡуйған. Үҙе йәшәгән йорт та затлы аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән. Әйтерһең дә, музейҙың үҙе!. Бында милли хазина, рухи байлыҡ һаҡлана. Оҫта ҡуллы ханым ауылдаштарын да был эшкә ылыҡтыра.
Аҫалы башҡорт балаҫы - Күсәрбайҙың визит карточкаһы тиһәк тә була. Бында олоһо ла, кесеһе лә мәҙәниәт йортонда ойошторолған оҫтаханала шөғөлләнә.
Ауылда һөнәрселек дәрестәре былтыр уҙғарыла башлаған. «Башҡорт балаҫының этникаһы» проектын тормошҡа ашырыуға республиканан субсидия бүленеүе билдәле. Финанс ярҙам станоктар, туҡыма һатып алына.
Күсәрбай ауылында быға тиклем дә балаҫ һуҡҡандар, оҫтахана асылыу менән ауылдың ағинәйҙәре был шөғөлгә яңы көс, дәрт менән тотона. Әйткәндәй, проект сиктәрендә районда фольклор фестивале ойоштороу ҙа планлаштырыла.
https://bash.news
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"