"Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңасаҡ", тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ә бына ҡоро ҡалған теплицала ниндәй мул уңыш алырға була һуң? Шуның өсөн тәжрибәле баҡсасылар көндәр йылына башламаҫ элек теплицаға күпләп ҡар индереп ҡуя. Ҡар ташыр алдынан, тупраҡ өҫтөнә көл һибеп сығырға онотмағыҙ. Уның файҙаһы йәй буйына етәсәк. Теплицаға күпме ҡар индерәһегеҙ, шунса уңыш аласаҡһығыҙ.
Ошо көндәрҙә баҡсаларҙа ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, дуҫтар!