Был конкурс йылына ике тапҡыр ойошторола, унда республиканың иң яҡшы коллективтары йыйыла. Быйылғы йылда Башҡортостан Республикаһының төрлө тармаҡтары - 14 район, 5 ҡалаларынан барыһы 700-ҙән ашыу бала ҡатнашһа, 30 коллектив бейеү оҫталыҡтарын күрһәтте. Проект төрлө халыҡ бейеүҙәре башҡарыусыларын бер урынға тупланы: башҡорт, татар, украин, чечен, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ һ.б. Үҙҙәренең бейеү оҫталыҡтарын ирекле темаларға урындағы фольклорға таянып күрһәттеләр.
27 көнө үткән гала-концертында бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Фестивалдең Гран-приһын Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Ҡояшҡай” халыҡ хореография театр-студияһы яуланы. Етәкселәре Гүзәл һәм Роберт Ишмәковтар.
“Ҡояшҡай”ға артабан да яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Г.Шиһапова.