Был - дәүләт һәм йәмғиәт хәүефһеҙлеге, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау йүнәлешендә эшләнгән сираттағы аҙым.
Был дата хәрби традицияларҙың күсәгилешлеген һаҡлау һәм Рәсәй Федерацияһының милли гвардияһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең абруйын арттырыу маҡсатында булдырылды. Милли гвардия (Росгвардия) Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр базаһында ойошторолдо. Яңы федераль орган дәүләт объекттарын һаҡлау, йәмғиәт тәртибе булдырыу, терроризм һәм ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш менән шөғөлләнә.
Ҡала хакимиәте башлығы В.Куликов иҫтәлекле дата тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм Милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә уңыш, ғаилә именлеге теләне.
"Еңеү" паркындағы "Яугир-интернационалистар" стеллаһына, эске ғәскәрҙәр ветерандары, уҡыусылар, студенттар һәм ҡала халҡы яу яландарында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә сәскә-гөлләмәләр һалынды һәм бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Г.Шиһапова.
Фото интернет селтәренән алынды.