Тикшереүселәр белдереүенсә, ҙур супермаркетты барлаған саҡта, 60-тан ашыу``ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан, йә иһә бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ тауарҙар барлығы асыҡланған. Иҫкергән аҙыҡ-түлек араһында йогурт,печенье, йәшелсәләр, сыр, бигерәк тә балалар өсөн махсус кәштәлә булған аҙыҡ-түлек араһында ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан бик күп ашамлыҡтар булыуы борсолоу тыуҙыра.
Әйткәндәй, йыл башында үткәргән тикшереүҙәрҙән һуң да, был супермаркеттағы продукцияның һаҡлау срогы үткән ризыҡтар табылған икән. Ләкин кибет етәкселеге был эшкә яуаплы ҡарауҙары тураһында вәғәҙә биргән булған.
Хоҡуҡ боҙоусоларға ҡарата законлы ҡарар ҡабул итеү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртылған.
Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек сәләмәтлеккә ҙур зыян килтерә. Ҡайһы саҡта кибеттә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан, иҫкергән ризыҡтар һатыла. Ғәҙәттә, һатып алыусы зарлана ла, был хаҡта онота. Ә кемдер үҙ хоҡуҡтарын белмәй. Азыҡ-түлектәрҙең ҡулланыу ваҡыты сыҡҡанда ни эшләргә һуң?
«Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһындағы » законға ярашлы, аҙыҡ-түлектең ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан осраҡта:
ҡулланыусы һатыусынан шундай уҡ тауарҙың ҡулланыу ваҡыты сыҡмағанын биреүҙе талап итергә тейеш;
оҡшамаған тауарҙы икенсе әйбергә алыштырып алырға була;
сифатһыҙ тауарҙы алыуҙан баш тартып, аҡсаһын кире ҡайтарып алырға хоҡуҡлы.
Аҙыҡ-түлектең ҡабы асылған, ризыҡтың ниндәйҙер өлөшө ашалған кеүек булһа, сифатһыҙ булғанда кире ҡайтарып бирергә мөмкин.
Иң мөһиме: кибеттә һатып алган әйберҙәрҙең чектарын бер нисә көн булһа ла һаҡларға кәрәк. Чек был осраҡта нимә һатып алғандың, төп дәлиле булып тора. Ләкин чектың булмауы ла ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлауға кәртә була алмай. Иң мөһиме- продукцияны шул кибеттән алғанды раҫлау.
Тауарҙарҙы һайлағанда иғтибарлыраҡ булыуығыҙҙы талап итәбеҙ. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!
Г.Ҡыуатова.
Фото интернет селтәренән алынды.