Аш бүлмәһенән сыҡҡан әсәһенең тауышы ишетелә, "Резеда ҡыҙым тағы ла төйөнсөктәрен тотоп өләсәһенә талпынды". Олатаһы ла шат йылмайып ейәнсәрен ҡаршы ала: "сәскәм-Резедам, был юлы төйөнсөктәренә ниҙәр һалдың?"
Резеданың ике төйөнсөгөндә төрлө төҫтәге таҫма, туҡымалар икәне билдәле булһа ла, олатаһы тегеү-сигеү эштәре менән ҡыҙыҡһынған ейәнсәренә һоҡланып,гелән шулай шаяртыр ине.
Үҫә төшкәс тәүге күлдәк, кейемдәрҙе үҙенең һеңлекәше Илзинәгә тегеп кейҙерерҙе. Студент саҡтарында иһә, ҡул эштәре буйынса төрлө конкурс, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып килгән Резеда, дебеттән яулыҡтар бәйләп һатып, үҙенә магнитофон һәм фотоаппарат алып ҡыуана.
"Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү миңә иң ҡәҙерле кешем,әсәйемдән бирелгәндер тип уйлайым. Сөнки әсәйем беҙгә бәләкәй саҡтарҙа төрлө-төрлө күлдәктәр, курткалар тегеп кейҙергәне хәтерҙә. Шулай уҡ кәзә дебетенән яулыҡтар, шәлдәр бәйләй ине",- ти Резеда Вәхитова.
Һөйөклө ҡатын, өс бала әсәһе, тыумышы менән Ейәнсура районының йәмле тәбиғәт ҡосағында Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан Байыш ауылы ҡыҙы Резеда Рәхимғолова-Вәхитованың оҫталығына, ҡул эштәренә һоҡланырлыҡ. Ундай кешеләрҙе тағы ла алтын ҡуллы тиҙәр.
Бәләкәстән тегеү-сигеү эштәре менән шөғөлләнгән Резеда, үҙ ғаиләһе өс балаһы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең яратҡан шөғөлөнә һәр саҡ ваҡыт таба. Тәүҙә ҡыҙы Алтынайға пинеткалар, бәләкәс кенә еңһеҙ кейемдәр тегеп, ырғаҡ менән бәйләгән күлдәктәрен туғандары-таныштары оҡшатып һәр саҡ ҡеүәтләп, маҡтап тороуҙары тағы ла дәрт өҫтәй. Шунан тағы ла ҙурыраҡ кейем-һалымдар тегеү, бәйләү Резеданың күңелен ҡанатландыра. Беренсе башҡорт милли күлдәген нәҡ ҡыҙы Алтынайға тегеп кейҙерә ла инде!
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра, яңы эштәргә илһамландыра. Һәр эшен сәхифәһенә һалып барған Резедаға кешеләр ҙә заказдар менән мөрәжәғәт итә башлай.
“Кемдер бәлки ваҡытын бушҡа уҙғара был тип уйлайҙыр. Ә миңә инде ҡул эштәре менән булышыу донъя мәшәҡәттәрен ял итергә, күңел тыныслығы алырға ярҙам итә”- , тип ихлас йылмая оҫтабикә.
Әлеге көндә Резеда Вәхитова башҡорт милли күлдәктәре, йәйге күлдәктәр,пижамалар,түшәк комплекттары , яңы тыуған бәпестәргә төрлө кейемдәр тегә. Шулай уҡ, футболкаларға стилләштерелгән селтәрҙәр һүрәтен төшөрә, туйҙарға төрлө аксессуарҙар- машинаға биҙәү әйберҙәрен, тыуған көндәргә ҙур күләмле һандар эшләй.
Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә матурлыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул.
Гөлкәй Ҡыуатова.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.