Йә ҡыҙып шартлай, йә ток һуға. Сираттағы ҡыҙғаныс хәл Новосибирск өлкәһендә була.
Анастасия Щербинина Новосибирск өлкәһе Тогучин ҡалаһында үҙенең 4 йәшлек улы менән йәшәгән булған. Йоҡлар алдынан йыуынырға тип ингән ҡатын, телефонынан айырыла алмаған, күрәһең. Ул йыуыныу бүлмәһенә телефонын көс йыйырға ҡуйған килеш ҡулына алыу менән ток һуҡҡан. Дүрт йәшлек улы тауыш ишетеп, тиҙ генә телефон сымдарын тартып алып, үҙенекенән өләсәһенә шылтыратып әйткән. Тик инде һуң булған...
Йыуыныу, йоҡо бүлмәләрендә, карауат эргәһендә кеҫә телефонын зарядкаға ҡуймауығыҙ һорала, сөнки аҙағы ҡыҙғаныс тамамланыуы ихтимал. Улай ғына ла түгел, ғалимдар әйтеүенсә, ярты метрҙан арыраҡ ятҡан кеҫә телефоны юғары вольтлы сым аҫтында ял итеп ятыу менән тиң. Телефон зарядкала торғанда ла һөйләшеү тыйыла.
Хәүефһеҙ ҡағиҙәләрен дә, телефондың зарары тураһында ла онотмаһаҡ ине.