«Ул ике йәшенән бейергә яратты, нәҙек кенә ҡулдарын ҡанат кеүек елпеп бейегәнгә лә беҙ уны «ҡошсоғобоҙ» тип йөрөттөк», — тип һөйләне Әлиәнең өләсәһе Венера Асаева «Етегән» баҫмаһына.
Әлиә тыуған ауылындағы мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән. Ҡыҙ әле лә бейеүҙән айырылмай, модель мәктәбендә шөғөлләнә. Әлиә Ураҙмәтованың «Мисс грация», «Мисс Эко Башҡортостан 2021» тигән исемдәре бар.