Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Март 2021, 09:09

Юлдарҙы махсус комиссия тикшерә башлай.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты сиктәрендә үткән ике йыл эсендә Стәрлетамаҡта 31, 5 км саҡрым юл төҙөкләндерелгән.

Һәр объект буйынса гарантия ваҡыты ҡуйылған. Мәҫәлән, асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламына- 4 йыл, юлдың ситке ҡатламына – 2 йыл, люктарға- 3 йыл, юл тамғалары өсөн – 6 ай. Әгәр ҙә объекттарҙа гарантия ваҡыты сыҡмаҫ элек берәй етешһеҙлектәр табылһа, подрядсылар барыһын да үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш.
Тиҙҙән, юлдарҙа ҡар тулыһынса иреп бөтөү менән, үткән йылдарҙа ремонтланған юлдарҙы махсус комиссия тикшерә башлаясаҡ. Комиссия составына сәнәғәт бүлеге, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге начальниктары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы вәкилдәре,төҙөлөш бүлеге начальнигы, Стәрлетамаҡ йәмәғәт палатаһы, подрядсылар ойошмаһы вәкилдәре,төҙөлөш контролен тормошҡа ашырыу ( техник күҙәтеү) ағзалары ингән.
Махсус комиссия асфальт-бетон ҡатламы ныҡлығын, тигеҙлеген, яҫылығы һәм ауышлығы нормаларға тура киләме, юҡмы икәнлеген тикшерәсәк.
Милли проекттың “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһы бөтә ил буйынса башҡарыла. Республикабыҙ был программала өс йыл рәттән ҡатнаша, әлегә тиклем ул «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» өҫтөнлөклө проект тип исемләнә ине. Быйылғы йылда ла ошо проектҡа ярашлы бик күп эштәр планлаштырылған. Ҡалала 5 яңы светофор объекттары, 7 булған светофорҙарҙы яңыртыу, юл тамғаларын,йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы киңәйтеү, юлдарға өҫтәмә яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ, сәнәғәт ,транспорт һәм элемтә бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 11,9 км оҙонлоғондағы юлдар төҙөкләндереләсәк.

Г.Шиһапова.
Фото яндекс.
Читайте нас