Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
31 Март 2021, 10:02

Маңлайына "икеле"

Кумертау ҡалаһында бер уҡытыусы беренсе класс уҡыусыһының маңлайына "икеле" билдәһен ҡуйған.

Кумертауҙың 5 һанлы мәктәбенең рәсем уҡытыусыһы, насар тәртибе өсөн 1-се класс уҡыусыһының маңлайына ручка менән "икеле" ҡуйған. Билдәле булыуынса, дәрестә ҡыҙҙың үҙен насар тотошо, уҡытыусыны тыңламауы оҡшап етмәгән. Уҡыусының дәфтәрен булмауы асыҡланғас, уҡытыусы аптырап тормаған, ручка менән маңлайына "икеле" сәпәгән дә ҡуйған. Әлбиттә, был хәлдән ҡыҙҙың класташтары көлгән. Дәрес бөткәндән ул үҙе маңлайындағы “икеле”не йыуып төшөргән.
Был хәл ваҡытлы матбуғат сараларында шау-шыу ҡуптарғас, прокуратура уҡытыусыны, башҡа мәктәп хеҙмәткәрҙәрен саҡыртып, һорау алған. Тикшереү эштәре дауам итә. Әгәр ҙә уҡытыусыны ғәйепле тип таныһалар, уға эштән китергә тура киләсәк, тип белдергән мәктәп етәкселеге.

Г.Шиһапова.
Читайте нас