Был уйын Башҡортостан республикаһының алты райондарынан иң етеҙ,ҡыйыу уҡыусыларҙы бер урынға йыйҙы. Дәүләкән районынан “Ал елкән” , Ғафури районынан “Урал батыр вариҫтары”, Ауырғазы районынан “дуҫлыҡ” ,Стәрлебаш районының “Рәсәй патриоттары” , Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23 һанлы күп профилле мәктәбенән “Росгвардия” командалары үҙ-ара көс һынашты.
Уйын бик ҡыҙыҡлы, ярыштар көсөргәнешле үтте. Бигерәк тә “юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге”, “роботтар төҙөү”, “экологик хәүефһеҙлек” һ.б. бик күп төрлө этаптар ҡыҙыу барҙы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға – “Росгвардия”, икенсегә “Ал елкән”, өсөнсө урынға “Рәсәй патриоттары” командалары сыҡты.
Стәрлетамаҡтың “Росгвардия” командаһы хәҙер республика кимәлендә уҙғарылған конкурста ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Г.Шиһапова.
Фото интернет селтәренән алынды.