Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
1 Апрель 2021, 07:29

Иртәгә Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында «Башҡортостан халыҡтарының ҡанатлы легендалары» тигән күргәҙмә асыла.

2 апрелдә сәғәт 15:00 картиналар галереяһында«Башҡортостан халыҡтарының ҡанатлы легендалары» балалар художество ижади конкурсының еңеүселәре һәм призерҙары эштәренең күргәҙмәһе асыла.

Халыҡ әкиәттәре, эпостары, мифтары, легендалары мотивтары буйынса ойошторолған был күргәҙмә Алтынсы Бөтә донъя Фольклориадаһына бағышлана.
Конкурс балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары , балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлексәләре,рәсем студиялары өсөн уҙғарыла. Был проект һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе асыҡлау,уларға ярҙам итеүгә, балалар ижадын популярлаштырыу һәм үҫтереү, донъя халҡының тарихи мираҫын өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

Г.Ҡыуатова.
Фото яндекс.
Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы мәғлүмәттәре буйынса алынды.

Читайте нас