Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Апрель 2021, 13:30

«Илаһи һүҙ» проекты сиктәрендә яҙыусылар форумы үтәсәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда һүҙ «Илаһи һүҙ» проектын тормошҡа ашырыу, уның маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында барҙы. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, комиссия рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева, комиссия ағзалары һәм Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев ҡатнашты.

Был проект Яҙыусылар союзы тарафынан Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу. Проект ике этаптан тора һәм йыл дауамында ғәмәлгә ашырыла. Тәүгеһендә – рус теленә тәржемә итергә кәрәк булған әҫәрҙәр араһында конкурс ойошторолоп, 10 еңеүсе билдәләнә. Уларҙың әҫәрҙәре грант иҫәбенә профессиональ тәржемәселәр ярҙамында тәржемә ителә. Һөҙөмтәлә, барлыҡ тәржемә ителгән әҫәрҙәр ҙә йыйынтыҡҡа туплана. Проекттың икенсе этабы форум рәүешендә үтә. Унда эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашыуы көтөлә.ң
Читайте нас