Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Апрель 2021, 06:19

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта пандемиянан һуң, беренсе тапҡыр "Йәшәүгә табан - 10 000 аҙым" Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

Был сараны үҙенең сәләмләү һүҙҙәре һәм йәйәү йөрөүҙөң файҙаһы тураһындағы мәғлүмәттәре менән ҡаланың 2-се дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилванова башлап китте.

“Йәйәү йөрөү бик файҙалы. Ул ҡан баҫымын яйға һалыу, гипертония ҡурҡынысын кәметеүҙең иң еңел ысулы булып һанала. Форсаттан файҙаланып, бөтәһенә лә йәйәү йөрөргә кәңәш итер инем. Атлау бөтә йәштәгеләр өсөн дә файҙалы. Юҡҡа ғына уны физик күнегеүҙәрҙең “королева”һы тип атамайҙар”. Сәләмәт һәм даими спорт менән шөғөлләнгән кеше үҙен ышаныслыраҡ тоя. Был уларға һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә булышлыҡ итә. Атлағанда ҡан әйләнеше яҡшыра, мейегә кислород күберәк килә. Был, үҙ сиратында, хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы көсәйтә. Мускулдар әүҙем эшләүе сәбәпле бәхет гормоны - эндорфин бүленеп сыға. Шуға күрә йәйәү йөрөү - күңел төшөнкөлөгөнән, насар кәйефтән ҡотолоу сараһы ла. Атлағанда умыртҡа бағанаһы, янбаш-бот һөйәгенең һөйәк массаһы нығына,- тип тамамланы ул үҙенең һүҙен.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә уҙған сараның маршруты Салауат кинотеатры алдынан башланып китте.
Был акцияны Стәрлетамаҡта аҙна һайын үткәреү планлаштырыла. Ваҡыты тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ!

Г.Шиһапова.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Читайте нас