Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Апрель 2021, 04:30

АҠ ХАЛАТЛЫ ФӘРЕШТӘ МЕНӘН БАЛА БАҒЫУ ХАҠЫНДА…

Ҡолағыма бер баланың шат көлөүе ишетелә. “Балаларҙың ихлас көлөүен ишетеүҙән дә ҡәҙерлерәк башҡа нәмә бармы икән донъяла?!. Бер ниндәй моң да, йыр ҙа бала көлөүенә тиңләшә алмай. Йәшәйешебеҙ асылы ла ошо ғәзиздәребеҙҙә бит” тигән уйҙар менән тауыш сыҡҡан яҡҡа күҙ һалам... Бер бүлмәлә, әйтерһең дә, бала янында ожмах ҡошо осоп йөрөй, ул үҙенең йомшаҡ ҡулдары, яғымлы һүҙҙәре менән баланың сәләмәтлеген ҡайғырта, уның атлап барыуы – тар коридорҙағы ҡараңғыны ярып, бар донъяны нурға күмеп, янымдан аҡ фәрештә осоп үткәндәй тойола. Һүҙем киң күңелле, мәрхәмәтле балалар табибы Луиза Кәбир ҡыҙы Батыршина тураһында булыр.

“Ни тиклем етди һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям”
Луиза Кәбир ҡыҙы сығышы менән Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан. Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлағас, баш ҡалабыҙҙа балалар табибы булып хеҙмәт юлын башлағандан һуң, Стәрлетамаҡҡа күсеп килеп, оҙаҡ йылдар элекке 4-се балалар поликлиникаһында эшләй, әлеге ваҡытта балалар дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып хеҙмәт юлын дауам итә.
– Балалар табибы булыу – бала саҡ хыялым ине. Сөнки, мин балаларҙы ныҡ яратам. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Табип һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына яҙмышым – бәләкәс кенә пациенттарымдың, халҡымдың яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә балалар киләсәгенә лә яуаплы икәнмен. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям, – тип башлап китте һүҙен Луиза Кәбир ҡыҙы.
Шулай ҙа әңгәмәсем үҙе тураһында түгел, ә эше йәки балалар, әсәләр һаулығы хаҡында һөйләшеүҙе шарт итеп ҡуйҙы.
Сәләмәт бәпес табыр өсөн – йөклөлөктө планлаштырыу мотлаҡ
Луиза Кәбир ҡыҙы әйтеүенсә, бәләкәй ҡыҙҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү, һаулығын ҡайғыртыу сараларын күреү менән беҙ киләсәк быуындарға уҡ нигеҙ һалабыҙ икән. Бәләкәй саҡтан уҡ, ҡыҙҙарға дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерергә кәрәк. Сөнки йөклөлөктө, ауырға ҡалыуҙы планлаштырыу мотлаҡ. Сәләмәт бала табырға теләһәң, был көтөлмәгән хәл
булырға тейеш түгел. Ҡатын-ҡыҙ алдан уҡ үҙенең һаулығын ипкә килтереп, булған хроник ауырыуҙарын дауалап, бала табыу аҙымына барырға тейеш, ғөмүмән, буласаҡ әсәй кеше лә, атай ҙа бик яуаплы ҡарарға тейеш был эшкә. Ауырға ҡалыр алдынан, сәләмәт тормош алып барыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, дөрөҫ туҡланыу сәләмәт бала табыу өсөн ышаныслы бер генә партнерың булыуы мөһимлегенә лә баҫым яһаны табип. Былар барыһы ла сәләмәт быуын тәрбиәләүгә килтерә, ти Луиза Кәбир ҡыҙы.
Ғаиләлә тыныс, матур мөхит тыуҙырығыҙ!
– Беҙҙең дауаханаға ауырып эләккән балаларҙың һаулығы ҡаҡшауының сәбәбен төпкәрәк инеп эҙләнә башлағандан һуң, күбеһенең ата-әсәһе айырылыу процесында торғанда, ғаиләлә бер туҡтауһыҙ низағтар булған хәлдә йә ғаилә тарҡалған осраҡтарҙа балаларҙың ауырый башлау ихтималлығы күпкә арта икән, тигән һығымтаға килдем, – тип дауам итә табип. Баҡтиһәң, ҡапыл ауырып китеп, бала үҙе белгән юлдар менән ата-әсәһенән иғтибар һорай. Ғаиләләге мөхит тыуасаҡ балаға ла һәм ғаиләләге булған балаларҙың һаулығына ла ҙур йоғонто яһай. Хатта төрлө енәйәтселәрҙе, психик ауырыуҙары булған кешеләрҙе лә тикшерә башлаһаң – уларҙың проблемалары бала саҡтан килә икән. Бала сағында алынған ниндәйҙер психологик йәрәхәт, ололар тарафынан күрелмәгән һәм ваҡытында дауаланмаған.
Сабыйҙарҙың иммун системаһын нисек нығытырға
– Баланың иммун системаһы күп факторҙарға бәйле – дөрөҫ туҡланыу, йоҡо режимы, баланың һәләттәренә һәм физик мөмкинлектәренә ҡарап, физик күнекмәләр эшләү, саф һауала йөрөү,тыныс психологик климат булдырыу – сәләмәт булыуҙың төп билдәләре, – тигән кәңәштәрен дә еткерә Луиза Кәбир ҡыҙы.
– Эсәк юлдары иммун системаһының иң төп органдарының береһе булып тора. Шуға күрә, бала тыуғандан уҡ туҡланыуын яйға һалып, контролдә тоторға кәрәк. Йылы аш ашау, йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары – эремсек, кефир, сыр, йомортҡа, балыҡ кеүек ризыҡтар һәр баланың рационында булырға тейеш. Шулай уҡ прививкаларҙы ла ваҡытында эшләтеп барырға кәрәк.
Ауырыу баланы үҙаллы дауалау – ҙур хата
Әлбиттә, дөрөҫ тәрбиәләгән, баҡҡан хәлдә лә бала сирләмәй тормай. Ә бына йәш ата-әсәләргә был осраҡта нисек булырға кәрәк – ошо хаҡта ла һорамай булдыра алманыҡ.
– Ата-әсә көн дә баланы үҙ янында күргәс, уның хәлен дөрөҫ баһаламауы ихтимал. Шуға күрә, әҙерәк кенә ауырып киткән һымаҡ тойолһа ла, табипты саҡырыу мөһим. Температура йә йүткереүҙән үҙаллы дарыуҙар биреү ҙә хәлде тағы ла киҫкенләштереүе ихтимал, – ошондай кәңәштәре менән бүлеште
балалар табибы.
…Була бит шундай табиптар: йөҙөндәге йылмайыуын күргәс тә бөтөн ауыртыуҙар онотолғандай төҫлө, балалар табибы ғына түгел, ҡәҙерле тормош иптәше, өс балаға һөйөклө әсә – Батыршина Луиза Кәбир ҡыҙы ла тап ана шундайҙарҙан. Шуға күрә лә инде уға дауаланырға килгән һәр баланан эскерһеҙ көлөү, шаярыу тауыштары ғына ишетелеп тора! Луиза Кәбир ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, мәрхәмәтле эшендә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!
Гөлкәй Ҡыуатова.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.
Читайте нас