– Айгөл, был уйын – уйын ғынамы әллә КВН менән етди шөғөлләнәһеңме?
– Беренсе курста ғына башланым. “Алло, таланттар ҡайҙа?” конкурсына ҡыҙыҡ өсөн генә сығыш яһағайныҡ. Тап шул конкурс минең оло юлымдың нигеҙе булды, сәхнә һәм КВН күҙҙәремдә осҡон ҡабыҙҙы, күңелемә усаҡ йылыһын һирпте.
– Шаяндар һәм отҡорҙар уйындарында нисегерәк сығыш яһарға, шаяртыуҙар әҙерләүҙең серҙәре менән бүлешеүсе кешегеҙ бармы?
– Тәүге йылдарҙа беҙгә элекке билдәле башҡорт КВН-сыһы Радик Ғиззәтов ярҙам итеп, тәжрибәһе менән уртаҡлаша торғайны. Ә хәҙер инде беҙ барыһына ла төшөнөп бөттөк тиһәң дә була, шуға күрә шаяртыуҙарҙы ла үҙебеҙ яҙабыҙ, нисегерәк сығыш яһарға икәнен дә үҙебеҙ хәл итәбеҙ.
– Тәүге уңышығыҙҙы ҡайҙа яуланығыҙ?
– Алдынғы урындарҙы яулау юлын үҙебеҙҙең уҡыу йортонда ҡатнашып башланыҡ. Аҙаҡ “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”нда әүҙем уйнап, баһалы урындарға көс һынаштыҡ. Кубоктар лигаһында ла артта ҡалмайбыҙ. Быйыл үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң,“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһына лайыҡ булдым.
30 март Ишембай ҡалаһында үткән шаяндар һәм отҡорҙар ярышында 2-се урынды алып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең уҡыу йортонда үткән КВН-да бик дәртле ҡатнашабыҙ. Былтыр “Ҡышҡы кубок уйыны”нда еңеп, бөтә командабыҙға Өфө Аквапаркына юллама бүләк иттеләр. Йәйге кубокта Бөрйән районында ла тамашасыларҙың һөйөүен яуланыҡ.
Әлеге ваҡытта үҙебеҙҙә мәктәп уҡыусыларын “Юниор лига”ға әҙерләйбеҙ.
– Белеүемсә, яҡшы уҡыйһың да, ваҡытты ҡасан табаһыңдыр, улай бөтә йәһәттән дә өлгөрөргә. Уҡыуҙан бушаған арала гел КВН менән генә шөғөлләнәһеңме?
– Йәмәғәт эштәренән тыш, әсәйемә башҡорт милли кейемдәрен: түшелдерек, ҡашмау ҙа тегергә ярҙам итәм. Сығышым менән Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылынанмын. Бында һәр кем ниндәйҙер милли һөнәргә эйә булырға тейеш, мин ошо ҡанундан ситкә тайпылмаҫҡа тырышам.
– Сер булмаһа, киләсәккә ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
– Хәҙер инде киләсәккә пландар төҙөргә була, ә ул инде, әлбиттә, башҡорт КВН-ын ташламаҫҡа һәм артабан да билдәле, алдынғы урындар ғына яуларға. Башҡорт телен үҫтереү ана шул сараларҙың береһелер тип уйлайым. Башҡорт телендә шаяртыу сағылған сығыштарыбыҙ йәштәргә тәьҫир итмәй ҡалмаҫтыр, моғайын. Сығыштары, бейеүҙәре, йырҙары менән үҙ туған телен өйрәнгән кеше бер ҡасан да ярым-йорто башҡорт булып ҡала алмаҫ. Шул саҡта башҡорт КВН уйындары ла мәңге йәшәйәсәк!
Әңгәмәне Гөлкәй ҠЫУАТОВА ҡорҙо.
Азат МӨХӘМӘТЙӘНОВ фотоһы.
"ФИЛПРОМ" КВН командаһынан көләмәстәр:
Стәрлетамаҡтың 3сө дөйөм ятағындағы ҡыҙҙа балаҫтағы сәстәрен йыйып һатып күп кенә аҡса эшләгәндәр.
***
- Бөгөн беҙҙең Наҙгөлдөң тыуған көнө, Ураа!
- Шунан, нисә йәш тулды?
- 23
- Ә! Нисек инде 23!?
- Ярай, ярай, дөрөҫөн әйтәм. 23 түгел, тик һандары шул уҡ.
***
- Ильяс, һин ни өсөн гел үҙ үҙең менән һөйләшеп йөрөйһең ул?
- Мин аҡыллы кешеләр менән генә аралашырға яратам.