Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһы махсус ҡоролма ярҙамында иҫке асфальт ҡатламын таҙарта.
Яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ халҡы ҡала хакимиәтенә ни өсөн асфальт япмаһының сифатһыҙ һалыныуы, бер нисә йылдан алыштырырға тура килеүе тураһында һорауҙар биргәйне.
Ҡала хакимиәте был участкаларҙың инвесторҙар тарафынан ремонтланыуы һәм бюджет аҡсаһы йүнәлтелмәүе тураһында хәбәр итте. Быйылғы йылдарҙа һалынған юлдарҙың сифатлы буласағын белдерҙе.
Г.Шиһапова.