Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель 2021, 03:31

5 миллион һум урлауҙа ғәйепләнгән колледж директорына енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Илеш районының аграр-технология колледжының директоры бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә етем һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән балаларға тәғәйенләнгән аҡсаны урлауҙа ғәйепләнә. Был аҡса туҡланыуға, стипендияға һәм кейендереүгә бүленгән булған.

Илеш районы прокуратураһы менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡорт аграр-технология колледжында бюджет ҡануниәте үтәлешен тикшергән.
“Колледж етәксеһе күрһәтмәһе буйынса бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре тарафынан аҡса алыусылар тураһында ялған мәғлүмәт индерелгән. Һөҙөмтәлә 5,3 миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһы бухгалтерия хеҙмәткәрҙәренә теркәлгән , банк карталарына күсерелгән,улар был аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған”, – тип хәбәр итәләр Башҡортостан прокуратураһынан.
Прокурор тикшереүҙәре материалдары Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығына енәйәти-хоҡуҡи баһа биреү өсөн ебәрелгән. Элекке директорға, дүрт бухгалтерия хеҙмәткәренә “айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шик аҫтында булғандар менән тикшереү эштәре алып барыла, шулай уҡ уларға сикләү сараһы ҡарала. Тәфтишселәр колледж хеҙмәткәрҙәренән, уҡыусыларҙан һорау ала, урлашыу фактын асыҡлау маҡсатында учреждениеның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге өйрәнелә, енәйәт ҡылыуға булышлыҡ иткән сәбәптәр, шарттар асыҡлана, килтерелгән зыянды ҡаплатыу саралары күреләсәк ,тип хәбәр ителә.

Г.Шиһапова.
Читайте нас