Махсус документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Төп закондарҙың үҙгәрештәре буйынса, Конституцияға төҙәтмәләр индерелде һәм президент, хөкүмәт ағзалары һәм төрлө кимәлдәге дәүләт чиновниктарына ҡарата яңы талаптарға арнала. Шулай уҡ дәүләттең граждандар алдындағы социаль гарантияларын нығыта, парламенттың вәкәләт мөмкинлектәрен үҙгәртә. Бынан тыш, төҙәтмәләр ғәмәлдәге президентҡа яңынан был постҡа үҙ кандидатураһын ҡуйыуға мөмкинлек бирә һәм шул уҡ ваҡытта уның элекке президент срогы иҫәпкә алынмаясаҡ.
Вәкәләттәр срогын сикләү тураһындағы талаптар “Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын башҡарған һәм башҡара торған кешегә ҡарата ул башҡарған йә иһә президент вазифаһында торған сроктар һаны иҫәпкә алынмайса, тейешле сикләүҙәр индерә торған Рәсәй Федерацияһы конституцияһына төҙәтмәләр үҙ көсөнә ингән ваҡытта ҡулланыласаҡ” тип аңлатылған документта.
Яңы законды ике кеше файҙалана ала. Владимир Путиндан тыш, һүҙ элекке президент һәм хәҙерге ваҡытта Рәсәй именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев тураһында бара.
Г.Шиһапова.