Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
8 Апрель 2021, 14:17

АЛИМЕНТТАН ҠАСЫП БУЛМАЙ!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы суд приставтары башҡарма производство сиктәрендә, 30 йәшлек ирҙе алимент буйынса 404 мең һумлыҡ бурысы өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырҙы.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы хәбәр итеүҙәренсә, суд ҡарары буйынса атай кеше эш хаҡының ¼ өлөшөн 4 йәшлек ҡыҙына ебәреп торорға тейеш булған. Тик ул бер ҡайҙа ла рәсми рәүештә эшләмәгән, милке юҡ, суд ҡарарын үтәмәгән.
Суд приставтары бурыслыға ҡарата мәжбүри саралар комлексын ҡулланғандар: банктағы иҫәбенә арест һалына, транспорт сараһын йөрөтөү хоҡуғын, шулай уҡ сит илгә сығыуҙы сикләгәндәр. Алимент түләү бурысынан ҡасып йөрөгән ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһынан табып енәйәт яуаплылығына тарттырған.

Г.Шиһапова.
Читайте нас