Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
8 Апреля 2021, 06:49

Ошо көндәрҙә Таиландтағы 7-Eleven супермаркетына варан инеп ығы-зығы тыуҙырған.

Нимә һуң ул варандар? Улар хәҙерге замандың иң ҙур кеҫәрткеләре. Варандарҙың ҡиәфәте бик имәнес. Был гигант кеҫәрткеләрҙең оҙонлоғо 3-4 метрға, ә ауырлыҡтары 130-150 килограмға етә икән. Был кибеткә ингән кеҫәртке тәүҙә һыуытҡысты асып маташҡан, аса алмағас, һөт кәштәләре буйлап иң өҫкә менеп ҡойроғон йомартлатып ятҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был көндә түҙгеһеҙ эҫе булған. Күрәһең, кеҫәртке үҙенә һалҡынса ғына урын эҙләгән!

Читайте нас