Конкурс мәҙәниәт бүлеге, Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы, балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге тарафынан уҙғарыла.
Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, 1 кластан алып 11 класҡа тиклемге уҡыусылар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ,коррекцион белем биреү учреждениелары уҡыусылары,һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнаша ала. Белем биреү учреждениеларынан ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй.
Ҡатнашырға теләгән учреждениеларға 8 апрелдән 12 майға тиклем ижади эштәрҙе йыйып, матурлап Стәрлетамаҡ картиналар галереяһына тапшырырға кәрәк буласаҡ. Адресы: Коммунистик урамы, 84-се йорт.
14-се майҙан 20-һенә тиклем жюри ағзалары ҡатнашыусылар араһынан еңеүселәрҙе билдәләйәсәктәр. Конкурс һөҙөмтәләре "Бәйләнештә" селтәренең "балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге"нең төркөмөндә баҫылып сығасаҡ.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(3473)22-97-80, 8(987)1375797.
Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы мәғлүмәттәре буйынса алынды.