24 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) дөйөм белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмаларында диктант яҙыу ойошторола. Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция була:
11.00 – 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн диктант;
11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант;
12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар өсөн диктант.
Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.
Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн.
Альберт Исмаил, «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе.