Әйтергә кәрәк, быйыл конкурсанттар бигерәк йәш күренде. Шуға ҡарамаҫтан, бәйгегә булған яуаплылыҡтары, остаздары өйрәткән һабаҡтарҙы дөрөҫ һеңдерә барыуҙары
ярҙамында финалда ҡыҙҙар тик балҡып ҡына торҙо. Был йәһәттән уларҙың тырышлығын билдәләмәй булмай. Ә бына жюри ағзаларына еңел түгел ине буғай, сөнки
тәүге сығыш, сәләмләүҙән алып көслө булды, артислыҡта ла, милли билдәләргә хас тыйнаҡлыҡта ла һынатманы бәйгеселәр. Шул уҡ ваҡытта быйылғы конкурсанттар төрлө яҡлап һәләтле икән тигән һығымтаға ла килгәндер тамашасылар. Кемдер хәбәр тыңлап, башҡаларға еткереп, ғәйбәт һатып, шул арҡала күҙҙәрен күгәртеп бөткән “ғәйбәтсе” булып өҙҙөрә баҫып бейеһә, кемдер Урал тәбиғәтенең барлыҡ хозурлығын үҙе эшләгән картинаға күсергәйне. Бынан тыш, Рафаэль Сафин шиғырына
“Ҡыр ҡаҙҙары” монологынан “төштә генә беҙгә, төштә генә осрашырға хоҡуҡ бирелгән” тигән юлдарын тыңлап, һуғыш яланында ятып ҡалған олатайҙарҙың рухтары ауазын ишетеп тә тетрәндек, “Башҡортмон тип, күкрәгемде ҡағам” тигән йыр юлдарына ҡушылып йырламай ҙа булдыра алманыҡ. Шулай уҡ, ҡыҙҙарҙың Гөлсөм Ишмөхәмәтова етәкселегендә милли орнаменттар төшөрөүе, шул биҙәктәр һибелгән футболкаларҙа сәхнәлә гиҙеүе лә үҙенсәлекле булды. Ғөмүмән, бәйге ни үтте лә китте, ә бына һәр саҡ үҙҙәре менән бергә йөрөтөр һыҙаттарға эйә – үткәненә лә, киләсәгенә лә берҙәй яуаплы ҡараған, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын аңлаған йәштәребеҙ бар беҙҙең тигән һығымтаға килергә мөмкин ине был сығыштарҙан һуң. Ошо тиклем илаһи ҡыҙҙарыбыҙҙы бергә туплап, уларҙы ҡанатландырып, нығытып, ҙур сәхнәгә
сығарған әҙерләүселәрҙең дә, сараны ойоштороусыларҙың да хеҙмәтен иғтибарға алмай булмай был йәһәттән. Иң мөһиме, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Раушания Күсмәева билдәләгәнсә, ҡалабыҙҙа конкурста ҡатнашырға әҙер һәм теләктәре булған ҡыҙҙар бар. Бәйгелә ҡатанашыу өсөн йырмоңға эйә булыу бер, шул моңда халыҡ рухының сағылыуы ла фарыз бит әле! Матурлыҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда, алып барыусылар ҡыҙҙарҙан ошо хаҡта ла ныҡышты: “Нимә ул матурлыҡ?” – тиһәләр, жюриҙан: “Нимә ул сәләмәтлек?” – тигән һорауҙар яңғыраны. Был йәһәттән бәйгеселәрҙең ике мөһим төшөнсәне бер ептәй дөрөҫ үреп, төрлө яуаптар яңғыраһа ла, матурлыҡ нигеҙендә булған матурлыҡты ла, матурлыҡ нигеҙендә ятҡан һаулыҡты ла һаҡлау зарурлығын еткерә алыуҙары ҙур мәғәнәгә эйә. Уйлай китһәк, ошо ике
ғәмәлгә ҡатын-ҡыҙ бәхете лә, гүзәл затҡа бәйле Әсәлек, сафлыҡ һәм башҡа изге төшөнсәләр ҙә барып тоташа – шуға ла мәғәнәле!
Нисек кенә булмаһын, бер нисә аҙымдан ғына торған конкурс тамам. Ялҡытманы ла, асылып бөтһәләр ҙә, ҡыҙҙар ҙа арыманы, киреһенсә, был тәмле сараны киләһе яҙға тиклем һағынып йөрөрбөҙ әле. Ә бына һөҙөмтәләргә килгәндә, жюри ағзалары Гран-при тажына Көйөргәҙе районы ҡыҙы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри коледжы студенты Динара Вәхитова лайыҡ тип билдәләне. Еңеүсене ҡотлап, артабан да уңыштар ғына теләргә ҡала.
– Киләсәктә бөтә илдәрҙе урап сығырға хыялланам, – тип таныштырҙы үҙе менән Динара сәләмләүҙә. Был шәп хыял ғына түгел, еңеүсегә барлыҡ булған изге уйҙарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.
Әйткәндәй, сарала ике еңеүсе билдәләнде. Һүҙебеҙ, әлбиттә, әлеге бәйге сиктәрендә үткәрелгән “Ашҡаҙар” гүзәле – 2021” интернет конкурсы хаҡында. Атап әйткәндә, бер аҙна эсендә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Ашҡаҙар” гәзитенең рәсми төркөмөндә ете бәйгесенең береһе өсөн тауыш бирергә кәрәк ине. Шулай итеп, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты Алина Шәрәфетдинова еңеүсе тип
табылды һәм даими бағыусыбыҙ “Милә” матурлыҡ салонынан 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде! Шулай ҙа бәйгенең көслө барыуы, дәррәү
тауыш биреүҙе иҫәпкә алып, беҙ икенсе урынды ла билдәләргә ҡарар иттек һәм ул урынға Ғафури районы ҡыҙы, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм
сәнғәт колледжы студенты Айгөл Хафизова лайыҡ булды. Айгөлгә үҙенең бүләген – үҙ ҡулдары менән яһаған һоҡланып туйғыһыҙ түшелдеректе гәзитебеҙҙең дуҫы
Резеда Вәхитова тапшырҙы. Ә инде бөтә конкурсанттарға ла Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе һәм йырсы, алып барыусы Ришат Хәмитов исеменән
артистың бөгөн буласаҡ концертына саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды. Ҡыҙҙарҙы тәбрик итеп, артабан уңыштар теләп, ә бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәттәр еткереп
ҡалабыҙ.
...Ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһында жюри рәйесе Рәмилә Нәзирова: – Был конкурста алған тәжрибәгеҙ, һабаҡтарығыҙ һеҙҙе ғүмер буйы оҙата барһын, киләһе уңыштарығыҙға нигеҙ булһын, – тип билдәләгәйне. Һүҙҙе йомғаҡлап, әйтелгәндәргә өҫтәп, ошондай бәхетле мәлдәрегеҙ дауамлы, был конкурс әле саҡ башланып торған
ҙур тормошоғоҙҙа ҙур бәйгеләргә старт булһын, ошо бәйгеләге һымаҡ тышҡы ҡиәфәтегеҙ ҙә, эске донъяғыҙ ҙа тик матур көйө һаҡланһын, тиергә генә ҡала.
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.